Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛӘЛӘ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 944

ЛӘЛӘҺЫМАҠТАР (Liliaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 170 заты, 2500‑ҙән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шарында таралған. Үлән. Башҡортостанда 11 заттан 19 төр (зигаденус, ллойдия, май сәскәһе, ынйы сәскә һ.б.) үҫә. Тамырһабаҡлы (ҡарға күҙе, сөләймән мөһөрө, ынйы сәскә һ.б.), бүлбе‑һуғанбашлы йәки һуғанбашлы (ҡаҙ йыуаһы, сыбар сәскә, тюльпан һ.б.) күп йыллыҡ үлән. Һабаҡтары төҙ, ғәҙәттә, ябай, япраҡланған йәки уҡ һымаҡ. Япраҡтары ябай, ҡыяҡ, ланцет, оҙонса‑эллипс, йомро‑овал формала, еңсәле йәки ҡыҫҡа һаплы; сиратлы ике рәтле йәки быуын тирәләп урынлашҡан.

Сәскәләре аҡ, һары, ҡуйы ҡыҙыл һ.б., ваҡтан алып эрегә тиклем, дөрөҫ төҙөлөшлө, таж, һирәгерәк каса формаһында. 6 өлөшлө сәскә эргәлегенең өлөштәре ирекле йәки өлөшләтә ҡушылып үҫкән. Һеркәстәре ғәҙәттә 6, емешлеге 1, емшәне өҫкө, һирәгерәк ярым аҫҡы. Сәскәлеге — суҡ, һепертке, ҡалҡансыҡ, ҡайһы берҙә сәскәләре яңғыҙар. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә.

Емеше — ҡумта йәки еләк. Емештәре һәм орлоҡтары ел, һары ҡаҙ йыуаһыныҡы — ҡырмыҫҡалар, май ынйы сәскәһенеке ҡоштар ярҙамында тарала. Күпселек Л.һ. бо лондарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, һирәгерәк урмандарҙа, далала (эфемероидтар — ҡыҫҡа ҡаҙ йыуаһы, Биберштейн тюльпаны һ.б.) үҫә.

Декоратив үҫемлектәр (ләлә, сыбар сәскә, тюльпан һ.б. төрҙәре), дарыу үҫемлектәре (Лобель аҡһырғағы, май ынйы сәскәһе һ.б.), ағыулы үҫем лектәр (ҡарға күҙенең, сөләймән мөһөрөнөң төрҙәре, аҡһырғаҡ). Л.һ. составында алкалоидтар, сапониндар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һарынаның һуғанбаштары ашарға яраҡлы; һары һуған йыуаһы, сатраш сыбар сәскә — мөгөҙлө мал аҙығы.

БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 6 һирәк төрө (сыбар сәскә, сатраш сыбар сәскә, Биберштейн тюльпаны, һалынҡы тюльпан, реликт тар — себер зигаденусы, көҙгө ллойдия), сыбар сәскә ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019