Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР

Просмотров: 1235

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР, милли йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” (1995), “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында” (1995) РФ закондарына һ.б. норматив документтарға ярашлы ойошторолалар һәм эш итәләр. М.‑м.б. төп төрҙәре: автономиялар (ойоштороу нигеҙҙәре, хоҡуҡтары, статусы 1996 й. ҡабул ителгән “Милли-мәҙәни автономия тураһында” РФ һәм 1998 й. — “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың милли-мәҙәни берекмәләре тураһында” БР закондары м‑н нығытылған), конгрестар, йыйылыштар, союздар, үҙәктәр. Урындағы, төбәк, федераль М.‑м.б. булыуы мөмкин. Башҡортостанда М.‑м.б. 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып ойошторола башлай; 60‑тан ашыу М.‑м.б. эшләй (2013): милли-мәҙәни автономиялар, Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге (2001 й. алып), Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы, “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Ш.Руставели ис. Грузин милли-мәҙәни үҙәге (2000 й. алып), “Кохав” йәһүд йәмәғәт ойошмаһы, Сыуаштар канашы (съезы), Башҡортостан татарҙары конгресы, немецтарҙың “Видергебурт” милли-ағартыу союзы, Латыштар йәмәғәт ойошмаһы, әрмәндәрҙең “Севан” милли-мәҙәни үҙәге, белорустарҙың “Спадчына” милли-мәҙәни үҙәге, молдавандарҙың “Кодру” милли-мәҙәни үҙәге (2007 й. алып), Вьетнам граждандары йәмғиәте (2002 й. алып), “Аҡ Бата” ҡаҙаҡ мәҙәни үҙәгенең (2000 й. алып), татар дворяндар йыйылышының (1992 й. алып) йәмәғәт ойошмалары, “Возрождение” поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге, Башҡортостан керәшендәренең милли- мәҙәни үҙәге, украиндарҙың “Кобзарь” респ. милли-мәҙәни үҙәге, Башҡортостан урыҫтары соборы, “Берҙәмлек” төрөкмән милли-мәҙәни үҙәге (2001 й. алып), “Рамаҙан” төрки милли-мәҙәни үҙәге (1992 й. алып), Үзбәк милли-мәҙәни үҙәге (2003 й. алып), “Аҡ тирмә” милли мәҙәниәт үҙәге, “Ала-Тоо” ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге (2006 й. алып), И.Сомани ис. тажик милли мәҙәниәте үҙәге (2002 й. алып), “Барт” чечен ижт.-мәҙәни үҙәге һ.б. Шулай уҡ йәштәр (ҡара: Йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре) һәм ҡатын- ҡыҙҙар (ҡара: Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте) М.‑м.б. бар. М.‑м.б. тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлай, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, этномәҙәни белем биреү компоненты булған дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеларын ойоштора, респ. граждандарының милли хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлай, тулы хоҡуҡлы вәкилдәр аша халыҡ-ара хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнаша, сит ил граждандары һәм йәмәғәт ойошмалары м‑н бәйләнеш булдыра һ.б. Шулай уҡ ҡара: Милли сәйәсәт

 В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: