Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨЛКӨҒОЙРОҠ

Просмотров: 1048

ТӨЛКӨҒОЙРОҠ (Alopecurus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, уртаса, субарктик һәм субантарктик бүлкәттәрҙә, тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 20—100 см тиклем. Япраҡтары тура, оҙон, яҫы. Сәскәләренең башаҡтан сығып торған ҡауырһынлы емешлек ауыҙы бар. Сәскәлеге — солтан (ике енесле 1 сәскәһе булған башаҡтарҙан тора). Төбөндә ғәҙәттә башаҡтар м‑н тиң булған башаҡ тәңкәләре бер‑береһенә ситтәре м‑н ҡушылып үҫкән, тупаҡ йәки осло. Аҫҡы сәскә тәңкәһе ярылы, оҙон ҡылсыҡлы, өҫкөһө юҡ. Май—авг. сәскә ата. Емеше —ҡыҫылған бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Болон Т., тиң Т., ҡыяҡҡамыш Т. күбеһенсә һыубаҫар, дымлы болондарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, респ. бөтә терр‑яһы буйлап һаҙлы урындарҙа, күгелйем Т. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының субальп болондарында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре. БР‑ҙа үҫтерелгән тамырһабаҡлы ярым өҫкө ҡыяҡлы үҫемлек — болон Т. составында тритерпеноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,3—0,8 г. Күләгәгә, ҡышҡа сыҙамлы үҫемлек. 40— 50 көн һыу аҫтында ҡалыуға түҙә. Мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә болон Т. яҙын таҙа рәүештә, ҡуҙаҡлы үләндәр м‑н ҡушып яҙғы иген культуралары ҡапламы аҫтына (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр) һәм ҡапламһыҙ сәсәләр. Сәсеү нормаһы 12—14 кг/га, ҡуҙаҡлылар м‑н ҡатнашмала — 6—8 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 1,0—2,0 см. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса 120—160, бесән 30—40, орлоҡ 2—4; 100 кг йәшел массала (сәскә атыу осоронда) 23,8 мал аҙығы берәмеге, 2,7 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 1986—90). Культуралы сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырғанда Т. файҙаланыла. Үлән ҡатнашмаларында болон Т. ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 50‑се йй. алып Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова, М.И.Минеев һ.б.), 80‑се йй. — Аграр университетта (И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин һ.б.) үткәрелә. Көньяҡ урман-далазонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм үҫтереүгә тәҡдим ителгән.

Әҙәб.: Н а д е ж к и н С.Н. Многолетние кормовые растения. Уфа, 2000; З а р и п о в а Г.К., К а и п о в Я.З. Адаптивные технологии кормопроизводства в Башкортостане. Уфа, 2004.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019