Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН КЕРӘШЕНДӘРЕНЕҢ МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1257

БАШҠОРТОСТАН КЕРӘШЕНДӘРЕНЕҢ МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ, БР керәшендәренең рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, татар телен, тарихын, милли традицияларын, йолаларын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында керәшендәрҙең законлы мәнфәғәттәрен сағылдырыу һәм яҡлау маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Баҡалы а. урынлашҡан. 1998 й. алып эшләй. Татарстан, Удмуртия керәшен милли‑мәҙәни үҙәктәренең төбәк- ара союзы ағзаһы булып тора, Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк р‑ны керәшендәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: милли мәҙәниәтте, тарихты һәм әҙәбиәтте өйрәнеү б‑са мәҙәниәт учреждениелары, түңәрәктәр һәм клубтар ойоштороу, милли байрамдар үткәреү. Үҙәк башланғысы м‑н Баҡалы р‑нының Баҡалы, Бозор, Иҫке Әзмей, Үмәр, Яңы Илек аа. мәктәптәрендә һәм ауыл советтарында тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары асылған. Үмәр мәҙәниәт йортонда “Сөнөкәй” керәшен халыҡ фольклор ансамбле эшләй.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: