Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1102

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, уставында теркәлгән уртаҡ мәнфәғәттәрҙе яҡлау һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн берләшкән, граждандар инициативаһы м‑н ойошторолған коммерцияға ҡарамаған үҙ аллы идара итеүсе ирекле берләшмәләр. Юридик шәхес булараҡ теркәләләр йәки дәүләт теркәүенән тыш эш итәләр. Башҡортостанда Й.б. хоҡуҡтары “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” федераль законы (1995) һәм “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу ирке тураһында” (1991), “Башҡортостан Республикаһында милли‑мәҙәни автономиялар тураһында” (1998), “Профессиональ союздар тураһында” (1993), “Башҡортостан Республикаһында ижади хеҙмәткәрҙәр һәм ижади союздар тураһында” һ.б. респ. закондары м‑н яҡлана. Й.б. ағзаһы булып физик һәм юридик шәхестәр иҫәпләнә. Ойоштороу‑хоҡуҡи формалары: йәмәғәт ойошмаһы (ағзалыҡҡа таяна, уставтағы бурыстарҙы тормошҡа ашыра), ижт. хәрәкәт (күмәк, ағзалығы юҡ, соц., сәйәси һ.б. бурыстар ҡуя), йәмәғәт фонды (ағзалығы юҡ, йәмәғәтселек өсөн файҙалы эштәргә тәғәйенләнгән мөлкәтте ирекле иғәнәләр нигеҙендә йыя), йәмәғәт учреждениеһы (ағзалығы юҡ, билдәле бер хеҙмәт күрһәтә), йәмәғәт үҙешмәкәрлеге органы (ағзалығы юҡ, граждандарҙың йәшәү, эшләү, уҡыу урынында килеп тыуған төрлө соц. проблемаларҙы хәл итә), сәйәси партиялар. Й.б. союздар (ассоциациялар) ойошторорға мөмкин, халыҡ‑ара, дөйөм Рәсәй, төбәк‑ара, төбәк һәм урындағы статусҡа эйә була ала. БР‑ҙа хәйриә, ветерандар [ҡара: Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) ойошмаһы], хәрби‑патриотик, балалар (ҡара: Балалар ойошмалары), ҡатын‑ҡыҙҙар (ҡара: Ҡатынҡыҙҙар хәрәкәте), инвалидтар (ҡара: Инвалидтар йәмғиәте), мәҙәни‑ағартыу, йәштәр (ҡара: Йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре), миллимәҙәни берекмәләр, белем биреү, профсоюз (ҡара: Профессиональ союздар), спорт, туризм, экология, тәбиғәтте һаҡлау, иҡтисад [ҡара: Эшҡыуар ҡатынҡыҙҙар ассоциацияһы, Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы, Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар (эш биреүселәр) союзы] һ.б. йүнәлештәге 4500‑ҙән ашыу Й.б. теркәлгән (2012). Й.б. респ. министрлыҡтары һәм ведомстволары м‑н берлектә дәүләт программаларын эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа, респ., бөтә Рәсәй һәм халыҡ‑ара кимәлдәге сараларҙы әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙа ҡатнаша. 1995 й. алып БР Президенты ҡарамағында Йәмәғәт кәңәшмәһе, Халыҡтар дуҫлығы йорто эшләй. БР‑ҙың Халыҡтар ассамблеяһына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (конгресына), Башҡорт ҡатынҡыҙҙары йәмғиәтенә, “Белем” йәмәғәт ойошмаһына, Республика йәштәр хәрәкәтенә, милли‑мәҙәни автономиялар һәм үҙәктәргә, белорус, грузин, йәһүд, керәшен, ҡаҙаҡ, мари, мордва, удмурт, үзбәк, әзербайжан, әрмәндәрҙең һ.б. Башҡортостан халыҡтарының тарихимәҙәни үҙәктәренә, Ҡатынҡыҙҙар союзына һ.б. конгрестар, конференциялар, семинарҙар, кәңәшмәләр, съездар, форумдар һ.б. саралар әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: