Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШБАЕВ Кәрим Ғайса улы

Просмотров: 647

ИШБАЕВ Кәрим Ғайса улы (9.2.1937, Ырымбур өлк. Аллабирҙе а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (2002) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1992), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1955—58 йй. Хәйбулла р‑ны Иҫәнгилде 7 йыллыҡ мәктәбендә, 1963 й. алып Аллабирҙе 8 йыллыҡ мәктәбендә (1970 й. башлап дир.) эшләй. 1976 й. алып СДПА‑ла: 1977 й. башлап башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы каф. мөдире, 1983 й. — башланғыс кластар ф‑тының декан урынбаҫары, 1990 й. башҡ. һәм урыҫ филол. һәм уҡытыу методикаһы каф. мөдире, 1998 й. — БР ФА‑ның Стәрлетамаҡ филиалында бүлек, бер үк ваҡытта лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡорт теленең морфонологияһы, лексикографияһы, лексикологияһы, һүҙьяһалышы, морфемикаһы, морфологияһы. “Башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге”н (2001) һәм “Башҡорт теленең һүҙьяһалыш һүҙлеге”н (2005) төҙөүселәрҙең береһе. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуз өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, авторы. БР ФА‑ның М.И. Өмөтбаев ис. пр. лауреаты (2007). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. Өфө, 1994; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.); Имя прилагательное в башкирском языке. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Д.С.Тәкәев

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019