Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАИМ ТЕЛЕ

Просмотров: 1230

ҠАРАИМ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡараимдарҙың милли теле. Литвала, Польшала һ.б. илдәрҙә таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 540 кеше (1989). Ҡырым татарҙары теленә яҡын. Әҙәби теле юҡ. 14 б. һуң формалашҡан галич (Г.д.), ҡырым (Ҡ.д.) һәм тракай (Т.д.) диалекттарына айырып йөрөтөлә.

Фонетик үҙенсәлектәре: Ҡ.д. һәм Т.д. ҡағиҙә булараҡ, [о] һәм [у] фонемалары һүҙ башында ҡулланыла, башҡа позицияларҙа улар [йо] һәм [йу] ҡушылмаһына үҙгәрә, сағ.: ҡараимса “öзян” (йылға) [ö]зян һәм “кёп” (күп) к[йö]п — башҡортса “үҙән” [ү]ҙән һәм “күп” к[ү]п; “ӱврят” [ӱ]врят һәм “кюл” к[йӱ]л — “өйрәт” [ө]йрәт һәм “көл” к[ө]л һ.б. Дөйөм төрки сығанаҡлы алғы рәт ирен һуҙынҡылары Г.д. юҡ, [ч] һәм [ж] тартынҡылары славяндарҙың [ц] һәм [дз] тартын ҡылары м‑н алмаштырылған. Морфологияла бер үк ваҡытта башҡарылған эш-хәрәкәтте аңлатҡан хәл ҡылымдың бер формаһы Т.д. ‑адоғоч/‑ядоғоч/‑йдоғоч һәм Г.д. ‑адоғоц/‑едоғоц/‑йдоғоц аффикстары м‑н бирелә, сағ.: ҡараимса “кюлядоғоч” — башҡортса “көлөп”, “айтадоғоц” — “әйтеп” һ.б.; ниндәйҙер эш‑хәрәкәттән алда башҡарылған эш-хәрәкәтте белдергән хәл ҡылым Т.д. ‑ғачох/‑ғячох /‑качох/‑кячох һәм Г.д. ‑ғацох/‑гецок/‑кацок/‑кецок аффикстары ярҙамында яһала, сағ.: ҡараимса “тоҡтағачох” — башҡортса “туҡтағас уҡ”, “цыккацок” — “сыҡҡас уҡ” һәм башҡалар. Т.д. ‑ма/‑мя, Г.д. ‑ма/‑ме һәм Ҡ.д. ‑ма формаһындағы инфинитивтар киң ҡулланыла, сағ.: ҡараимса “келмя” — башҡортса “килергә”, “айтмак” — “әйтергә” һәм башҡалар. Ҡ.т. һүҙлек составы дөйөм төрки лексиканан тора; һиндевропа телдәренән, көнсығыш‑славян һәм поляк, ғәрәп теленән, боронғо йәһүд, грек, итальян, литва телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Ҡ.т. синтаксисы славян телдәре йоғонтоһона бирелгән; теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәр киң таралған. Ҡараимдар башлыса боронғо йәһүдтәрҙең квадрат яҙмаһына өҫтөнлөк биргән, 20 б. латин графикаһы һәм кириллица ҡулланылған. Хәҙ. ваҡытта Ҡ.т. функциялары көндәлек аралашыу м‑н сикләнгән. Библияның 14 б. ҡараған ҡулъяҙма тәржемәләре һаҡланған.

Әҙәб.: Мусаев К.М. Грамматика караимского языка. Фонетика и морфология. М., 1964. Мусаев К.М. Караимский язык //Языки мира. Тюркские языки. Бишкек, 1997.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: