Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНСУР ИБРАҺИМОВ

Просмотров: 788

МАНСУР ИБРАҺИМОВ (яҡынса  1732—1816), Исәт провинцияһы  типтәрҙәре һәм бобылдәренән Уложенный  комиссия депутаты. Комиссия  ҡарамағына Урал аръяғы типтәрҙәре  һәм бобылдәренә өҫтәмә ер  биреү, ҡайһы бер һалымдарҙы бөтөрөү  т‑да һ.б. наказдар тапшыра.  Ауыл халҡына сауҙагәрҙәрҙең аралашынан  тыш һатыу итеү хоҡуғын бирергә  тигән депутаттарҙың тәҡдимен  хуплай. 1767 й. дек. Волга буйы,  Урал һәм Себер халыҡтары депутаттары  м‑н берлектә император һарайы  камер-юнкеры Г.А.Потёмкинды  үҙҙәренең опекуны итеп һайлау т‑да  документҡа ҡул ҡуя. 18 б. аҙ. —  19 б. башында Верхнеурал өйәҙенең  Мансур а. (Учалы р‑ны) йәшәгән. 

Әҙәб.: А д е л ь г у ж и н А.А. Тептяро-бобыльское  население Зауралья накануне и в период  Крестьянской войны 1773—1775 гг. //  Социальная структура и классовая борьба  в России ХVI—XVIII вв. М., 1988.  

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019