Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАҒАС

Просмотров: 1252

ҠАРАҒАС (Larix), ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 20‑гә яҡын) төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда Сукачёв, йәки урыҫ Ҡ. үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы ылыҫын ҡойоусы ағас, 300—530 йылға тиклем үҫә. Сатыры киң конус формаһында, ботаҡтары горизонталь урынлашҡан, олоно төҙ, бейеклеге 25—37 м, диаметры 1 м тиклем. Йәш үренделәре асыҡ һары төҫтә; ылыҫы йомшаҡ, тар ҡыяҡ, оҙонлоғо 20—50 мм, асыҡ йәшел төҫтә, оҙонайған үренделәрҙә — спираль рәүешендә, ҡыҫҡаларында 30—50‑шәр дана шәлкемләп урынлашҡан. Ата тубырсыҡтар ярымшар формаһында, яңғыҙ, ваҡ, һарғылт төҫтә. Апрель аҙағында — май башында, ылыҫ ебәргәндә һеркәләнә. Инә тубырсыҡтар йомортҡа формаһында, йәштәре — йәшкелт, өлгөргәндәре — көрән төҫтә, оҙонлоғо 3—5 см, киңлеге 2—3 см, вертикаль урынлашҡан, көҙөн өлгөрә. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы. Тупраҡҡа талымһыҙ. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, һирәкләп республиканың төньяғында ҡарағай, ҡайын, һирәгерәк шыршы, аҡ шыршы, йүкә менән үҫә. Урман хужалығында ҡулланыла, парк һәм баҡсаларҙа үҫтерелә. Составында дуплау матдәләре, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Республикала Ҡ. сәнәғәт өсөн ҡырҡыу 1960 й. алып тыйылған.

  Әҙәб.: П у т е н и х и н В.П., Ф а р у к ш и н а Г.Г., Ш и г а п о в З.Х. Лиственница Сукачёва на Урале: изменчивость и популяционно-генетическая структура. М., 2004.

В.П.Путенихин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2022