Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИШАЙНИКТАР

Просмотров: 1543

ЛИШАЙНИКТАР (Lichenes), бәшмәктәр (аскомицеттар йәки базидиомицеттар) һәм ылымыҡтарҙың (йәшел ылымыҡтар, һарыйәшел ылымыҡтар, зәңгәрһыу‑йәшел ылымыҡтар, йәки цианобактериялар һ.б.) берләшмәһе булып торған организмдар. 2 класҡа бүленә: муҡсалы һәм базидиаль. Яҡынса 26 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында киң таралған. БР‑ҙа 400‑ҙән ашыу төр.

Оҙонлоғо миллиметр өлөшөнән алып бер нисә тиҫтә сантиметрға еткән тәне (ҡатлансыҡ, йәки таллом) бәшмәк гифтарынан (микобионт) һәм ылымыҡ күҙәнәктәренән (фотобионт) барлыҡҡа килгән, улар араһындағы үҙ‑ара мөнәсәбәттәр башлыса бәшмәктең паразитлығына нигеҙләнгән. Л. аҡ, һары, ҡыҙыл‑һары, көрән, ҡара һ.б. төҫлө була. Юшҡын, йәки ҡабыҡ (талломы бөртөклө, төйөрсәле йәки ҡабыҡ рәүешендә, гифтар ярҙамында субстрат м‑н тығыҙ булып үҫә), япраҡ (бөтөн йәки теленгән пластинкалар, ғәҙәттә субстратта горизонталь рәүештә урынлаша һәм уға гиф үҫентеләре — ризиндар ярҙамында беркетелә) һәм ҡыуаҡ (тармаҡлы төҙ йәки эйелгән ваҡ ҡыуаҡтар, һирәгерәк тармаҡланмаған төҙ ваҡ олондар, субстратҡа гомфтар — талломдың үҫентеләре ярҙамында беркетелә) һымаҡ Л. айырып йөрөтәләр. Анатомик төҙөлөшө б‑са гомеомер (ылымыҡтар барлыҡ ҡатламда тигеҙ таралған) һәм гетеромер (ылымыҡтар айырымланған ҡатлам барлыҡҡа килтерә) талломдары булған Л. бүләләр. Ҡатлансығы тыш яҡтан өҫкө (плектенхима барлыҡҡа килтереүсе тығыҙ үрелгән бәшмәк гифтары) һәм аҫҡы (беркетеү ағзалары м‑н) ҡатламдарҙан торған һаҡлаусы ҡабыҡ ҡатламы м‑н ҡапланған. Ҡабыҡ ҡатламдары араһында ылымыҡтар һәм бәшмәк гифтарынан торған үҙәк ҡатлам урынлашҡан. Үрсеүе вегетатив, енесһеҙ һәм енси. Вегетатив үрсеүталломдың бер өлөшө, соредиялар (бәшмәк гифтары м‑н уратып алынған, бер йәки бер нисә ылымыҡ күҙәнәгенән торған ваҡ есемдәр) йәки изидиялар (талломдың өҫкө йөҙөндә урынлашҡан, ҡабыҡ ҡатламы м‑н ҡапланған үҫентеләр) ярҙамында бара. Енесһеҙ үрсеү барышында пикноконидиялар, йәки стилоспоралар (махсус муҡсалар — пикнидияларҙа үрсеүсе ваҡ төҫһөҙ күҙәнәктәр) барлыҡҡа килә. Л. фотобионттары бүленеү юлы м‑н (йәшел ылымыҡтар йыш ҡына автоспоралар м‑н) үрсей. Енси процеста Л. бәшмәгенең споралары муҡсаларҙа (муҡсалы Л.) йәки базидияларҙа (базидиаль Л.) барлыҡҡа килә.

Л. араһында эпилиттар (ташта үҫәләр), эпигеидтар (тупраҡта), эпиксилдар (сереүсе үҙағаста), эпифиттар (ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың олондарында һәм ботаҡтарында) бар. Л. — урман һәм тундра экосистемаларыныңмөһим компоненты, тау тоҡомдарының ашалыуында, тупраҡ яһалыу процесында ҡатнаша, хайуандар өсөн аҙыҡ, экологик мониторинг объекты булып тора. Кладоний һымаҡтар, пармелия һымаҡтар һәм усней һымаҡтар ғаиләләренә ҡараған төрҙәрҙән алынған уснин к‑таһының натрий тоҙо медицинала файҙаланыла, Исланд цетрарияһы ш. уҡ гомеопатияла ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Л. 12 һирәк осраған төрө (япраҡ кладония, тырпаҡ эверния, реликт ҡарлы флавоцетрария һ.б.), улар араһынан Бурнет лептогиумы, үпкә лобарияһы, Лаурер тукнерарияһы, сәскә атыусы уснея ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019