Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЙӘС, йылға

Просмотров: 1124

МЕЙӘС, йылға, Исәт й. уң ҡушылдығы. Учалы р‑ны Орловка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 11 км алыҫлыҡта Нәрәле һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Шул уҡ район буйлап көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай аға, Илсеғол а. эргәһендә төньяҡ‑көнсығышҡа борола һәм артабан Силәбе һәм Ҡурған өлк. буйлап аға. Исәт й. (тамағынан 629 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 658 км, басс. майҙаны 21800 км2, дөйөм түбәнәйеүе 508 м. Башҡортостандағы оҙонлоғо яҡынса 33 км. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 25%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 10%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 0,8 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы, иртә һәм урта ордовик һәм девон тоҡомдарынан (базальт, андезибазальт, саҡматаш, туффит, серпентинит) тора. Ландшафы аҡһыл һоро урман‑тау тупраҡтарындағы ҡарағай һәм икенсел ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Басс. 55%‑ын урман ҡаплаған, 8%‑ы һөрөлгән, 6%‑ы һаҙланған. Уртаса ауышлығы 0,8%. Иң ҙур ҡушылдығы — Үрге Ирәмәл й. (һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019