Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕВОЛЮЦИЯ КӨРӘШСЕЛӘРЕНӘ ХАЛЫҠ-АРА ЯРҘАМ ОЙОШМАҺЫ

Просмотров: 1149

РЕВОЛЮЦИЯ КӨРӘШСЕЛӘРЕНӘ ХАЛЫҠ‑АРА ЯРҘАМ ОЙОШМАҺЫ (РКХЯО), 1922 й. аҙ. Коммунистик Интернационалдың (Коминтерн) 4‑се конгресы ҡарары б‑са хеҙмәтсәндәрҙе аҡ террорҙан һаҡлау һәм аҡ террор ҡорбандарына ярҙам итер өсөн ойошторола. Сәйәси тотҡондарға, вафат булған революционерҙар ғаиләләренә, сәйәси эмигранттарға һәм уларҙың ғаиләләренә, ниндәй партияла тороуҙарына ҡарамаҫтан, матди, юридик һәм рухи ярҙам күрһәткән. Коммунистик идеологияны таратыу, халыҡтарға интернациональ тәрбиә биреү сараларының береһе була. 1932 й. 14 млн яҡын кешене (уларҙың 9,7 млн СССР РКХЯО‑һы составына ингән) берләштергән 70 милли секциянан торған. БАССР‑ҙа 1924 й. алып РКХЯО‑ның өлкә ком‑ты етәкселегендә пр‑тие һәм учреждениеларҙа РКХЯО ячейкалары, мәктәптәрҙә секциялары эшләй. 1926 й. РКХЯО‑ның Башҡ‑н ойошмаһында — 31 меңдән ашыу, 1940 й. 100 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Сит илдә забастовка иғлан иткән эшселәрҙе яҡлап, митингылар, демонстрациялар, өмәләр үткәргән һәм улар файҙаһына аҡса йыйыу ойошторған; Ҡытайға сит ил интервенцияһына ҡаршы протест саралары уҙғарған; Болгария, Германия, Польша, Төркиә эшселәре м‑н хат алышҡан; капиталистик илдәрҙә төрмәлә ултырғандарға теләктәшлек белдереп, хаттар ебәргән. Б.В. һуғышы йылдарында СССР РКХЯО ҮК Өфөгә күсерелә; РКХЯО‑ның Башҡ‑н ойошмаһы тарафынан йыйылған аҡса иҫәбенә респ. урынлашҡан испан балалары тәрбиәләнгән балалар йортона ярҙам күрһәтелгән, “РКХЯО‑ның Башҡортостан ойошмаһы” танк колоннаһы (ҡара: Танк колонналары) ойошторолоп, фронтҡа оҙатылған. Икенсе донъя һуғышы башланыу м‑н РКХЯО халыҡ‑ара кимәлдә үҙ эшмәкәрлеген туҡтата, СССР‑ҙа РКХЯО секцияһы 1947 й. тиклем эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019