Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҺЕЛЕ, күл

Просмотров: 944

МИҺЕЛЕ, Миндәк й. басс. күл. Учалы р‑ны Миндәк а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км2, оҙонлоғо 1,7 км, уртаса киңлеге 1,5 км, уртаса тәрәнлеге 3,6 м (макс. 5,3 м), һыу күләме 9,4 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 12 км2. Тектоник күл, ордовик (перидотит), урта һәм өҫкө девон (эффузив, саҡматаш), карбон (терриген‑карбонатлы ҡатламдар, диорит), неоген һәм дүртенсел система (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Тымыҡ күл, төньяҡ яры буйлап Табылғашты й. (Миндәк й. ҡушылдығы) аға. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы, үтәләй туңыусан. Көньяҡ һәм төньяҡ ярҙары һөҙәк, көнбайыш һәм көнсығышы — текә. Ландшафы ҡайын урманынан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйында ат ҡуҙғалағы, күл ҡамышы, юл япрағы, ябай ҡамыш һ.б. үҫә. Күлдә алабуға, карп, суртан, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. 

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019