Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАҠАҪБАШ ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1317

НАҠАҪБАШ ЗАКАЗНИГЫ. 1969 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙер өсөн зоол. заказник булараҡ ойошторола. Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта Керәүле (Ағиҙел й. басс.) һәм Наҡаҫ (Һаҡмар й. басс.) йй. араһында, Күгәрсен м‑н Көйөргәҙе р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Майҙаны 23,8 мең га, терр‑яның 43%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы убалы, һырт тибында. Киң япраҡлы урман (имән, йүкә), дала ҡыуаҡлыҡтары таралған. Аҡҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, ҡабан, ҡоралай, мышы, ондатра, төлкө, урман көҙәне, үрғуян, һеләүһен, һороайыу, һыуһар, зырҡыуыт, ҡор, ҡурпысыҡ, һаралйын, һуйыр, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, ҡолаҡлы терпе, Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанаты, Наттерер төн күбәләге, һыуыр, ялман, һоро ағуна, һоро торна, баҡыр йылан, орсоҡ йылан һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бөркөт, көсөгән, өкө, европа бәрҙеһе, зөгәй һ.б. осрай. 

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019