Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘРЕ, һырт

Просмотров: 1107

НӘРЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) алып Кесе Ямантау киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 43 км, киңлеге 1,5—4 км, абс. бейеклеге 1340 м. Рельефы ҡатмарлы. Һырт биләндәр м‑н төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ өлөштәргә бүленгән. Төньяҡ өлөшөндәге битләүҙәр һөҙәк, көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә — текә, ҡалдыҡ тауҙар, курумдар хас. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, егәлгә‑комаров свитаһы һәүерташтарынан тора. Һырт битләүҙәрендә Кесе Ҡытау (Йүрүҙән й. басс.), Төлмәй, Кесе Инйәр һ.б. йылғаларҙың ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күренә: ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандары һирәк урмандар һәм бейек үләнле тау болондары м‑н алмашына, уларҙан өҫтәрәк тау тундралары урынлашҡан. Һырт Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында ята.

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019