Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРҒЫҘ ТЕЛЕ

Просмотров: 1146

ҠЫРҒЫҘ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡырғыҙҙарҙың милли теле, Ҡырғыҙстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Үзбәкстандың, Тажикстандың ҡайһы бер өлкәләрендә, Ҡырғыҙстан м‑н күрше булған Ҡаҙағстан райондарында, РФ‑тың байтаҡ райондарында, Ҡытайҙың Синьцзян‑Уйғыр авт. районында, Афғанстандың һәм Пакистандың төньяҡ‑көнсығышында таралған. РФ‑та ҡырғыҙса һөйләшеүселәр һаны 800 мең кешенән ашыу (2010), БР‑ҙа яҡынса 1 мең кеше (2010). Алтай теленә яҡын.

2 б. беренсе ярт. боронғо төрки ҡәбиләләр теленә барып тоташа, Тянь-Шань терр‑яһында таралған. Ҡ.т. 2 төп диалекттан тора — төньяҡ һәм көньяҡ. Әҙәби Ҡ.т. 20 б. төньяҡ диалект нигеҙендә формалаша. Ҡ.т. фонетикаһы өсөн һуҙынҡыларҙың эҙмә- эҙлекле сингармонизмы хас (аффикстың варианты тамыр һуҙынҡыһы м‑н билдәләнә), мәҫ.: “тоолор” (тауҙар) т[ō]л[о]р, “ининин” (ағайҙың) [и]н[и]н[и]н, “гүлдүн” (сәскәнең) г[ү]лд[ү]н һ.б.; икенсел оҙон һуҙынҡыларҙың булыуы, сағ.: ҡырғыҙса “тоо” т[ō] — башҡортса “тау” т[ау], “окуучу” ок[у]чȳ — “уҡыусы” уҡ[ыу]сы һ.б.; ҡайһы бер төрки телдәрҙең һүҙ башындағы [й] спирантына [җ] аффрикатының тап килеүе хас, сағ.: ҡырғыҙса “жол” [җ]ол — башҡортса “юл” [йу]л — төрөксә “yol” [j]ol, “жел” [җ]ел — “ел” [йэ]л — “yеl” [j]еl һ.б.

Грамматикала ‑ ба аффиксы ярҙамында инҡар итеүҙе аңлатҡан айырым бер ысул күҙәтелә, сағ.: ҡырғыҙса “келбе” — башҡортса “килмә”, “алба” — “алма” һ.б.; күрһәтеү алмаштарының ике төрлө формаһы бар: һүҙ аҙағында ‑ л м‑н һәм унһыҙ — “бул/бу” һ.б. Тел лексикаһында байтаҡ һүҙҙәр урыҫ теленән, ш. уҡ ғәрәп теленән һәм һиндевропа теленән үҙләштерелгән. Синтаксиста эйәртеүле ҡушма һөйләм компоненттарын бәйләүҙә теркәүестәр һирәк ҡулланыла; ҡағиҙә булараҡ, теркәүестәр функцияһын башҡорт телендә лә өҫтөнлөк иткән синтетик типтағы эйәрсән һөйләмдәрҙе ойошторған ҡылым м‑н бирелгән хәбәрҙең аффиксаль һүҙ формалары үтәй; мәҫ.: ҡырғыҙса “жамыр жаабаса, жер көгөрбөйт” — башҡортса “ямғыр яумаһа, ер йәшелләнмәйәсәк”.

1924 й. алып яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1926 й. — латин алфавитында, 1940 й. — кириллицала башҡарыла. Хәҙ. ҡырғыҙ алфавиты 25 хәрефтән тора.

Әҙәб.: Батманов И.А. Современный киргизский язык. Фрунзе, 1963.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: