Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Әҡсән Баймырҙа улы

Просмотров: 882

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Әҡсән Баймырҙа улы [17.10.1895, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 14.11.1938, Алма-Ата], дәүләт эшмәкәре. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 2 класлы уч‑ще (1914), Бөтә Союз план акад. (Мәскәү, 1933) тамамлаған. 1918—21 йй. АСБР‑ҙың Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Маҡар улустары башҡарма ком‑ты рәйесе, АСБР‑ҙың аҙыҡ-түлек ХК коллегияһы ағзаһы. 1922 й. башлап Мәсәғүт кантоны башҡарма ком‑ты рәйесе, артабан БАССР‑ҙың игенселек б‑са халыҡ комиссары. 1925—30 йй. БАССР ХКС‑ы рәйесе. 1933 й. алып Ҡаҙағстан б‑са СССР‑ҙың Ауыр сәнәғәт ХК вәкиле, Аҡтүбә ҡала советы рәйесе, Ҡаҙаҡ ССР‑ының коммуналь хужалыҡ б‑са халыҡ комиссары урынбаҫары. СССР ҮБК Президиумы ағзаһы. Репрессиялана (1938), атыла. 1957 й. аҡлана. М. исеме м‑н Ишембай ҡ. урам аталған, тыуған ауылында Йорт-музей асылған.

Әҙәб.: И р г а л и н Г.Д. Председатель Совнаркома //Трудный путь к правде: [сборник]. Уфа, 1997. 

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Ә.Б.Мөхәмәтҡолов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019