Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЙНЕ

Просмотров: 941

КОЙНЕ (гр. koine — дөйөм), даими соц. бәйләнеш шарттарында ҡәрҙәш телдәрҙә йәки диалекттарҙа һөйләшеүселәрҙең төп аралашыу сараһы булараҡ ҡулланылған функциональ типтағы тел; өҫтөнлөк иткән тел йәки диалект базаһында формалаша. Күп кенә ғалимдарҙың фекере б‑са, орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары теле байтаҡ төрки ҡәбиләләр һәм халыҡтар (ҡыпсаҡтар, ҡырғыҙҙар, уғыҙҙар, уйғырҙар һ.б.) өсөн диалекттан өҫтөн булған К. яҙма формаһы (руник К.) булған. 12 б. Волга буйы Болғарында диалекттан өҫтөн болғар К. (ҡара: Болғар теле) формалаша, уның яҙма формаһы Урал‑Волга буйы төркиҙәренең әҙәби нормалары барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай, был башҡ. әҙәби теленең үҫеше өсөн мөһим шарттарҙың береһе була.

Әҙәб.: Десницкая А.В. Наддиалектные формы устной речи и их роль в истории языка. Л., 1970.

Р.Х.Халиҡова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019