Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МОРАҘЫМ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 1086

ЯҢЫ МОРАҘЫМ МӘМЕРЙӘҺЕ, Күгәрсен р‑ны Мораҙым а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. басс.) үҙәненең һул битләүендәге Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, Йылайыр синклинорийының көнбайыш яғындағы аҫҡы девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. 1991 й. Я.М.м. Һыу юлы мәмерйәһе м‑н төньяҡ йүнәлешле берҙәм ауыш юлдар һәм галереялар системаһын тәшкил итеүе асыҡлана. Оҙонлоғо 1850 м, уртаса киңлеге 3,9 м, уртаса бейеклеге 5,2 м, амплитудаһы 108 м, майҙаны 7,5 мең м2, күләме 30 мең м3. Һыу юлы мәмерйәһенең ауыҙы (киңлеге 3,4 м, бейеклеге 0,9 м) йылға үҙәне битләүенең итәгендә ята. Я.М.м. арка рәүешендәге инеү урыны (киңлеге 4,0 м, бейеклеге 3,0 м) карст упҡыны төбөндә урынлашҡан. Ауыҙынан 100 м алыҫлыҡта Концерт залы (оҙонлоғо һәм киңлеге 15 м, бейеклеге 12 м) бар. Иҙәне балсыҡһәм ваҡ таш м‑н ҡапланған, эре таш тупланмаһы осрай. Зал төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле галереяға (оҙонлоғо яҡынса 300 м) күсә. Галереяның киңәйгән урындары һарҡыусы кальцит кәрниздәре булған Топограф приюты (оҙонлоғо һәм киңлеге 27 м, бейеклеге 18 м), Геолог хыялы (оҙонлоғо 45 м, киңлеге 23 м, бейеклеге 18 м), Ял (оҙонлоғо һәм киңлеге 15 м, бейеклеге 8 м) залдарын һәм Мәрхәмәтле феялар ҡыуышын (киңлеге 28 м, бейеклеге 8 м) барлыҡҡа килтерә. Галерея иҙәне һәм стеналарында кальцит һарҡымдары булған Ташсәскә ҡыуышы (оҙонлоғо һәм киңлеге 2 м, бейеклеге 8 м) м‑н тоташыусы Имгәкләү юлына (оҙонлоғо 100 м, киңлеге 1,2 м, бейеклеге 8 м) күсә. Мәмерйә буйлап бик күп шарлауыҡтар һәм сифондар барлыҡҡа килтергән шишмә аға; кальцитлы гурҙар төбөндә мәмерйә ынйыһы (диам. 1,3— 2,1 см) осрай. Имгәкләү юлында шишмә Йомаҡ күленә (киңлеге 9 м, тәрәнлеге 4,2 м) ҡоя һәм Һыу юлы мәмерйәһенән ағып сыға. Мәмерйәлә йәй көнө т‑ра 6—14°С, ҡыш көнө — 4—6°С. Ярғанаттар йәшәй, тәлмәрйендәр осрай.

Әҙәб.: Соколов Ю.В., Смирнов А.И., Книсс В.А. Пещеры Мурадымовского участка на реке Большой Ик. Уфа, 1994.

Ю.В.Соколов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019