Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӨГӨШ, йылға, Өҫән й. ҡушылдығы

Просмотров: 822

НӨГӨШ, О л о Н ө г ө ш, йылға, Өҫән й. уң ҡушылдығы. Туймазы р‑ны Сәйрән а. көньяҡ‑көнбайышҡа 2 км, Ҡандракүлдән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Иҫке Арыҫланбәк а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа, Ҡаранйылға а. эргәһендә — көньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә, Иҫке Ҡандра а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола, Кесе Нөгөш й. тамағынан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға һәм Өҫән й. (тамағынан 35 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 58 км, басс. майҙаны 594 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 м3/с. Басс. рельефы тигеҙ. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан һәм болонло далаларҙан тора. Басс. 17%‑ын урман ҡаплаған, 55%‑ы һөрөлгән, 1%‑тан аҙырағы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: Кесе Нөгөш, Һалҡыншишмә (бөтәһе лә — уң).  

Т.В.Воронина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019