Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОТ

Просмотров: 1180

БОЛОТ, атмосферала һыу пары конденсацияһы продукттары (тамсылар, кристалдар) тупланмаһы. Ер өҫтөндәге бындай тупланмалар томан тип атала. Б. — яуым-төшөмдөң барлыҡҡа килеүен һәм режимын билдәләүсе, атмосфера һәм Ерҙең йылылыҡ режимына йоғонто яһаусы, һауа торошон билдәләүсе мөһим фактор. Б. барлыҡҡа килеүе башлыса һауаның адиабатик һыуыныуы м‑н бәйле [өҫкә күтәрелгәндә һауа т‑раһы ысыҡ нөктәһенә (һыу парының конденсацияһына) еткәнсе һәр 100 м 0,6°‑ҡа һыуына]. Барлыҡҡа килеү бейеклеге һәм формаһына бәйле өйкөм (0,5—2 км; өйкөм-ямғырлы), ҡатлаулы (1—2 км; ҡатлаулы-өйкөм, ҡатлаулы-ямғырлы), бейек (2—6 км; бейек өйкөмлө, бейек ҡатлаулы), ҡыйғас (6—10 км; ҡыйғас-өйкөм, ҡыйғас-ҡатлаулы) Б. бүленә. Б. күп өлөшө тропосферала була; мәрүәт Б. стратосферала барлыҡҡа килә, көмөш Б. — мезосферала. Ҡойма яуым-төшөм циклондар үткән ваҡытта барлыҡҡа килеүсе ҡатлаулы һәм өйкөм Б. м‑н бәйле. Бейек Б. м‑н ғәҙәттә ваҡ күҙле һәм быҫҡаҡ ямғыр бәйләнгән. Күктең Б. м‑н ҡапланыу (болотлолоҡ) күләме балдарҙа үлсәнә (0—2 — аяҙ, 3—7 — ярым аяҙ, 8—10 — болотло күк). Болотлолоҡтоң тәүлек йөрөшөндә ғәҙәттә ике максимум күҙәтелә: иртән иртүк һәм көндөҙ төштән һуң. БР‑ҙа дөйөм болотлолоҡтоң уртаса йыллыҡ күләме 6,6—7,0 балл тәшкил итә. Уртаса йыл буйына 41 аяҙ һәм 148 болотло көн билдәләнә (Өфө—Дим метеостанцияһы). Болотлолоҡтоң максимумы окт.—нояб. тура килә; минимумы — авгусҡа. Болотлолоҡ күләме төньяҡтан көньяҡҡа табан үҙгәрә: Дыуан һәм Яңауыл метеостанцияларында дөйөм болотлолоҡтоң уртаса йыллыҡ күләме — 7,1—6,9 балл, Мәләүез һәм Йылайыр метеостанцияларында 6,4—6,6 балл тәшкил итә.

Р.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. З.Б.Латыпова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024