Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЩАНЛЫҠ

Просмотров: 1106

МЕЩАНЛЫҠ (полякса mieszczane — ҡала кешеләре), революцияға тиклемге осорҙа Рәсәйҙә ҡала халҡының төрлө категорияларынан (һөнәрселәр, ваҡ йорт хужалары, сауҙагәрҙәр һ.б.) торған һалым түләүсе ҡатлам. 1775 й. губерна реформаһы б‑са мещандар иҫәбенә 500 һумлыҡ капиталы булған посад кешеләрен индерәләр. 1785 й. 21 апр. сыҡҡан “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы” нан һуң был ҡатлам юридик яҡтан раҫлана. Мещандар йән башына һалым түләгән, рекрут йөкләмәһен үтәгән. Уларҙың күсеп йөрөү хоҡуғы сикләнгән була, тән язаһына тарттырыу рөхсәт ителгән. Мещандарҙың ниндәй ҡатламға ҡарауы нәҫел б‑са күсә килгән. Байып киткән мещандар сауҙагәрҙәр ҡатламына күскән, фәҡирлеккә төшкән сауҙагәрҙәр, ш. уҡ крепостнойлыҡтан азат ителгән крәҫтиәндәр мещан булып киткән. Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) үткәреү һөҙөмтәһендә мещандарға йән башына һалым һәм тән язаһы бөтөрөлгән, уларға дәүләт хеҙмәтенә инеү рөхсәт ителгән. Башҡортостанда М. күскенселек хәрәкәте иҫәбенә тулыланған. 1881 й. мещандар йәмғиәтенә Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан күсенгән 24 меңгә яҡын крәҫтиән-күскенсе яҙыла. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Ырымбур губернаһында мещандар халыҡтың 11%‑ын (175 мең кеше), Өфө губернаһында — 4%‑ын (87,7 мең кеше) тәшкил иткән. Ырымбур губ. мещандарҙың күпселеге Ырымбурҙа (39,8 мең) һәм Ырымбур өйәҙендә (26,1 мең), Өфө губ. — Өфөлә (18,6 мең) һәм Стәрлетамаҡ өйәҙендә (29,2 мең) йәшәгән. Өйәҙ ҡалаларында мещандар губерна ҡалаларына ҡарағанда күберәк булған: 19 б. аҙ. Өфөлә — 37,8%, Бөрө ҡ. — 45,3%, Златоуст ҡ. — 46,6%, Бәләбәй ҡ. — 55,4%, Стәрлетамаҡ ҡ. — 66,4%. Өфө һәм Ырымбур губ. мещандары араһында балта, ағас һәм тимер эше, тегенселек, аҙыҡ-түлек кәсептәре таралған була. 1867 й. Өфө губ. 7258 торлаҡ йорттоң 4000‑е мещандарҙыҡы булған, 1869 й. уларҙың торлаҡты ҡуртымға биреүҙән алған йыллыҡ килеме 200124 һумға еткән. 1801 й. ерҙәрҙе Генераль ыҙанлау ваҡытында мещандарға крәҫтиәндәр тотмайынса ер биләү рөхсәт ителә. 1905 й. Өфө губ. — 349, Ырымбур губ. 164 ер биләүсе мещан теркәлгән. Уларға төбәктәге ер фондының яҡынса 1%‑ы тура килеп, күпселеге уртаса алғанда 100—1000 дисәтинә ер биләгән. Эске ҡала сауҙаһында мещандарҙың тотҡан урыны һиҙелерлек булмай. Мещан йәмғиәттәре хәйриә һәм попечителлек м‑н шөғөлләнгән. РСФСР ХКС‑ының 1917 й. 10 нояб. “Ҡатламдарҙы һәм граждан чиндарын бөтөрөү тураһында” декреты м‑н мещандар ҡатлам статусын юғалта; артабан мещандар тип сәйәсәткә битараф булған, идеяһыҙ, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан кешеләрҙе атай башлайҙар. 

 Н.С.Мысляева

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019