Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӨЙӨМ ҺЫРТ

Просмотров: 852

ДӨЙӨМ ҺЫРТ, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығышындағы ҡалҡыулыҡ. Һарытау, Һамар, Ырымбур өлк. буйлап һуҙылған; БР сиктәрендә Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡтараҡ Д.һ. ситке төньяҡ армыттары урынлашҡан. Барлыҡҡа килеүе Урал алды бөгөлө йыйырсыҡлы-киҫәкле структураларының арҡырыға күтәрелеүенә бәйле. Оҙонлоғо яҡынса 500 км, абс. бейеклеге 405 м (Айыу Маңлайы тауы). Рельефы денудация-эрозиялы (йырын-һыҙа селтәренең оҙонлоғо 1—1,5 км/км2). Д.һ. һыртлы арҡалар, яҫы түбәле һәм асимметриялы киртләс битләүле шихандар хас; карст үҫешкән. Ҡазан ярусы һәм көңгөр ярусы конгломераттарынан, ҡомташтарынан, балсыҡтарынан, эзбизташтарынан, гипстарынан тора; йылға араларындағы түбән урындар мезозой һәм өсөнсө осор ҡомбалсыҡлы ҡатламдары м‑н тулған. Углеводород, гипс, балсыҡ, баҡырлы ҡомташ һ.б. ятҡылыҡтары бар. Д.һ. буйлап урман-дала зонаһының көньяҡ сиге үтә. Урмандар селектән, тубылғынан, ҡыр миндаленән һәм дала сейәһенән торған дала ҡыуаҡлыҡтары м‑н аралаша; терр‑яның 60%‑ы һөрөлгән. Ҡараһыу һоро урман тупрағы һәм йыуылған ҡара тупраҡ таралған, тоҙло тупраҡ осрай.

Әҙәб.: Пекер А. Общий Сырт и его значение в Оренбургском крае. Б.М., б.г.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019