Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮЛДӘР

Просмотров: 1652

КҮЛДӘР, ағым, төрлө йүнәлештәге ел иҫеү арҡаһында барлыҡҡа килгән яр зонаһы киҫелеше булған һәм һыу алмашыныуы аҡрын барған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары. Соҡороноң барлыҡҡа килеүе б‑са — тектоник, вулкан, гидроген (карслы, һыубаҫар, иҫке үҙән һ.б.), гляциоген, эол, органоген һәм антропоген К. (М.А.Первухин б‑са); һыу балансы үҙенсәлеге һәм аҡмаһы булыу‑булмау б‑са — ағар, тымыҡ һәм йылға К.; химик составы б‑са — сөсө, минераль К.; геоморфол. һәм гидрологик‑геоботаник билдәләре б‑са эвтрофлы, мезотрофлы, олиготрофлы К. айырыла. К. морфометрик үҙенсәлектәренә күл өҫтө майҙаны, күләме, тәрәнлеге, оҙонлоғо, киңлеге, яр буйы оҙонлоғо һәм уның телгеләнгән булыуы, күл соҡороноң конфигурацияһы һ.б. ҡарай. К. хужалыҡ‑иҡт. (рекреация, һыу алыу, балыҡсылыҡ хужалығы), һыу һаҡлау, һыу кимәлен көйләү, иҡт. әһәмиәткә эйә. Күп кенә һыу ҡоштарының (аҡҡош, һуна өйрәк һ.б.), хайуандарының, балыҡтарҙың, планктондың, зообентостың йәшәү мөхите, дарыу үҫемлектәренең, реликттарҙың, эндемиктарҙың үҫеү урыны, минераль ләмдәрҙең һ.б. сығанағы булып тора. К. барған һыу кимәленең тәбиғи циклик тирбәлеше, эвтрофикация һәм һаҙлыҡҡа әйләнеү процесы кешеләрҙең хужалыҡ эшмәкәрлегенә бәйле ҡырҡыулаша (ҡара: Һаҙлыҡтар). Башҡортостанда 2,2 меңдән ашыу К. иҫәпләнә, улар Ағиҙел (73%), Дим (12%), Ҡариҙел (7%) һ.б. йылғаларҙың басс. буйлап бүленгән; күл өҫтө майҙаны 0,1 км2 аҙыраҡ булған К. күпселекте тәшкил итә. Башҡортостандың Урал алды К. башлыса карслы‑үтә төшмәле, карслы (Асылыкүл, Ҡандракүл һ.б.) һәм иҫке үҙәндәр (Аҡкүл, Архимандрит күле, Шәмсетдин һ.б.); химик составы б‑са К. һыуы натрий һәм магний төркөмдәренең сульфат класына ҡарай. Башҡортостандың Урал аръяғы К. тектоник (Ҡалҡан, Оҙонкүл, Өргөн, Яҡтыкүл һ.б.); һыуы — магний, кальций йәки кальций‑натрий‑магний төркөмдәренең гидрокарбонат класына, Мулдаҡкүлдеке натрий төркөмөнөң хлорид класына ҡарай. Респ. К. күбеһе эвтрофлы, Яҡтыкүл олиготрофлы. Ҡыйышҡы, Саруа күле, Шөңгәккүл һ.б. тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә.

Әҙәб.: Балков В.А. Водные ресурсы Башкирии: (условия формирования и хозяйственная оценка). Уфа, 1978; Гареев А.М. Оптимизация водоохранных мероприятий в бассейне реки. СПб., 1995; шул уҡ. Реки, озёра и болотные комплексы Республики Башкортостан. Уфа, 2012.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024