Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠА, йылға

Просмотров: 899

АҠА, йылға, Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) уң ҡушылдығы. Свердловск өлк. Берёзовка а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Көнсығыштан көнбайышҡа табан Свердловск өлк. һәм БР‑ҙың Мәсетле р‑ны терр‑яларынан (Төлгәш һәм Һазбек йй. араһы) аға, Свердловск өлк. Бағыш а. көньяҡҡа борола. Ыйыҡ й. (тамағынан 7 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 99 км, басс. майҙаны 1074 км2. БР терр‑яһында оҙонлоғо яҡынса 16 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,85 м3/с. Басс. Йүрүҙән-Әй тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Ландшафтар һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙан тора, ҡара тупраҡта ҡоро болондар осрай. Басс. 25%‑ын урман ҡаплаған.

В.А.Загорский

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019