Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШЕЛМӘЛӘР,

Просмотров: 785

ИШЕЛМӘЛӘР, тау тоҡомдары массаһының ауырлыҡ көсө йоғонтоһонда битләү буйлап шыуып (ишелеп) төшөүе. Һыу м‑н йыуылыу арҡаһында битләү текәлеге артыу сәбәпле тоҡомдарҙың тигеҙлеге боҙолғанда, ашалыу йәки яуым‑төшөм һәм ер аҫты һыуҙары тәьҫирендә артыҡ дымланғанда, сейсмик тетрәүҙәр, төҙөлөш һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә тоҡомдарҙың ныҡлығы ҡаҡшағанда барлыҡҡа килә. И. үҫешенә аралашыусы һыу үткәрмәй торған балсыҡлы һәм һыулы ҡатлауҙарҙың ауыш ятыуы булышлыҡ итә. Һыу үткәреүсе ҡатлауға саманан тыш күп дым һеңгәндә тоҡом блогының (ишелеүсе есем) ауырлығы арта һәм ул һыу үткәрмәй торған ҡатлам (ишелеү тигеҙлеге) буйлап хәрәкәт итә: битләүҙә — ярым түңәрәк соҡор (ишелеү циркы), итәгендә битләү яғына ауышҡан ҡыҫҡа террасалар барлыҡҡа килә. Ишелеү тигеҙлеге ятышының тәрәнлегенә ҡарап ныҡ һай (1 м кәмерәк), һай (5 м тиклем), тәрән (20 м тиклем), ныҡ тәрән (20 м тәрәнерәк) И.; уның текәлегенә ҡарап ныҡ һөҙәк (5° кәмерәк), һөҙәк (5°— 15°), текә (15°—45°), ныҡ текә (45° күберәк) И. айырыла. И. ауыл хужалығына зыян килтерә, төҙөлөштө ауырлаштыра, рельеф үҙгәреүенә һ.б. килтерә, был И. алдан иҫкәртә торған инженер‑төҙөлөш һаҡлау системаһы булдырыуҙы талап итә; территорияларҙы инженерлыҡ әҙерләүе ваҡытында И. хәүефе иҫәпкә алына. Башҡортостанда И. күберәк яр эрозияһы һөҙөмтәһендә ашалған йылға үҙәндәренең уң ярҙарында (Кориолис көсө тәьҫир итеү сәбәпле) һәм битләүҙәрендә, йырындарҙың текә битләүҙәрендә, ҡая ҡалдыҡтары тирәләй, карьерҙарҙа һ.б. барлыҡҡа килә.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019