Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛДЫҠ ТАУҘАР

Просмотров: 831

ҠАЛДЫҠ ТАУҘАР, тау иленең экзоген процесс тәьҫире арҡаһында емерелеүенән тороп ҡалған тау тоҡомдарының айырым массивтары. Барлыҡҡа килеүе һәм формалары б‑са ашалыу, ел һәм денудация тарафынан емерелеүҙән ҡалған тотороҡло тау тоҡомонан торған Ҡ.т. (денудацион); элекке яйланың таулыҡтарҙағы шаһит Ҡ.т. (тигеҙ түбәле өҫтәл һымаҡ тауҙар); йылға үҙәнендәге, төп ярҙан айырылған йәки бөгөмдәрҙе йылға йырып сыҡҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән тирәләй ағымлы Ҡ.т. айырыла. Шихандар ҙа ш. уҡ Ҡ.т. инә. Ел һәм денудация тарафынан барлыҡҡа килгән Ҡ.т. Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, тирәләй ағымлы Ҡ.т. респ. тау‑урман зонаһындағы йылға ярҙарында осрай.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019