Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАДИР УРАҘМӘТОВ

Просмотров: 1717

НАДИР УРАҘМӘТОВ (1688—1758), мәғдән эҙләүсе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Ҡазан даруғаһы башҡорто. Тархан. Минзәлә башҡармаһы, 1736 й. алып Ҡазан даруғаһы Надир улусы старшинаһы. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 18 б. 20‑се йй. тимер мәғдәне, “йәшел таш” (составында баҡыр булған мәғдән) ятҡылыҡтарын аса. 1729 й. Берг-коллегия указы м‑н Өфө провинцияһында һәм күрше биләмәләрҙә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләргә, үҙ ерендә тимер етештереү заводтары төҙөргә рөхсәт ала, хәрби һәм ылау йөкләмәләренән азат ителә. 1744 й. 22 майындағы император указы м‑н баҡыр сығарыу руднигын асырға рөхсәт ала. 1752 й. Суҡ й. (Волга й. ҡушылдығы) буйында нефть ятҡылыҡтарын таба. 1754 й. Йосоп Надиров м‑н берлектә килеменең бер өлөшөн ҡаҙнаға биреү һәм Рәсәй империяһы биләмәләрендә кәрәсинде ирекле хаҡҡа һатыу шарты м‑н нефть заводы һалырға рөхсәт ала. Завод төҙөлөп бөтмәй, 1757 й. Н.У. нефть эшкәртеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Улус, Иҫке һәм Яңы Надир аа. (хәҙ. ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны Яңы Надир а.) уның исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Первый опыт Надыра Уразметова по организации горнорудных предприятий Урало-Поволжья /Д.Л.Рахманкулов [и др.] //Современные проблемы истории естествознания в области химии, химической технологии и нефтяного дела: материалы IV Междунар. науч. конф. Уфа, 2004. Т.2. Вып.4.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019