Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ

Просмотров: 1107

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, осоусы аппараттарҙың осоу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн метеорологик факторҙарҙы һәм Ер атмосфераһының күренештәрен өйрәнеүсе метеорология бүлеге. А.м. автоматик һәм радиолокация метеостанциялары, радиозондтар, метеоспутниктар һ.б. мәғлүмәттәрен ҡуллана. Ағымдағы һауа шарттары т‑дағы мәғлүмәттәр аэродромдар, самолёттарҙың осоу маршруттары һәм райондары б‑са ҡыҫҡа мөҙҙәтле һәм үтә ҡыҫҡа мөҙҙәтле авиация прогноздары (2 сәғәттән алып 24 сәғәткә тиклем) төҙөргә мөмкинлек бирә. Күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәһе, һәр төрлө прогноздар донъя мәғлүмәттәр банкына ебәрелә һәм экипаждарға осоуға сығыр алдынан консультация биреү өсөн ҡулланыла. Өфөлә тәүге А.м. күҙәтеүҙәре 1933 й. урындағы даими пассажир һауа юлы асылғас ойошторола. 1962 й. алып Өфө аэропортында авиация метеорология станцияһы эшләй.

Л.Н.Циркова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: