Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЦИОНАЛИЗАЦИЯЛАУ

Просмотров: 1085

НАЦИОНАЛИЗАЦИЯЛАУ, хосуси милектә булған ер, банкылар, транспорт, сәнәғәт пр‑тиеларын һәм иҡтисадтың башҡа объект, тармаҡтарын дәүләт милкенә күсереү. Рәсәйҙә 1917—20 йй. үткәрелә. 1917 й. 26 окт. Советтарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезында ҡабул ителгән Ер т‑да декретҡа ярашлы, ер һәм ер аҫты байлыҡтары, урман һәм һыу бөтә халыҡ (дәүләт) милке тип иғлан ителә, ергә хосуси милекселек бөтөрөлөп, уны һатыу, ҡуртымға алыу, залогҡа биреү тыйыла. 1918—20 йй. Башҡортостанда 3 млн дисәтинәнән ашыу ер национализациялана һәм совет ер органдары ҡарамағына бирелә. 1918 й. уртаһына хосуси банкылар, эре Рәсәй банкыларының (Крәҫтиән ер банкыһы, Рус сауҙа-сәнәғәт, Себер сауҙа банкылары һ.б.) бүлексәләре, кредит ойошмалары дәүләт ҡарамағына алына. 1918 й. башына йылға, т. юл транспортының төп милкен Н. тамамлана. Сәнәғәтте Н. барлыҡ эре пр‑тиеларҙа эшсе контроле индереп, уны Өфө эшсе контроленең губерна советы етәкселегендә ғәмәлгә ашырыуҙан башлана (1918 й. майына уның ҡарамағында губернаның 1600 пр‑тиеһы була). Тәү сиратта тау заводтары национализациялана. 1917 й. Эҫем һәм Ҡыштым тау округтары, Златоуст тау сәнәғәте округы пр‑тиелары дәүләт милке тип иғлан ителә. Национализацияланған пр‑тиеларға етәкселек итер өсөн 1918 й. 26 ғин. — Өфө губерна ХХС‑ы, һуңыраҡ Башҡ‑н үҙәк ХХС‑ы (ҡара: Халыҡ хужалығы советтары) ойошторола. 1918 й. 28 июнендә РСФСР ХКС‑ы барлыҡ эре сәнәғәт пр‑тиеларын һәм т. юл транспортын Н. т‑да декрет сығара. 1919 й. йәйенән Н. темпы арта: Граждандар һуғышы шарттарында продукцияһы Ҡыҙыл Армияның хәрби ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алған эре һәм урта пр‑тиеларҙы Н. хәрби коммунизм сәйәсәтенең ғәҙәттән тыш сараларының береһе була. 1920 й. 29 нояб. Бөтә Рәсәй ХХС‑ы 5‑тән (двигатель булғанда) һәм 10‑дан (двигатель булмаған осраҡта) ашыу эшсеһе булған барлыҡ пр‑тиеларҙы Н. т‑да ҡарар ҡабул итә. Ҡалған пр‑тиелар 1920 й. аҙ. тиклем хосуси милектә була һәм дәүләт контракты б‑са эшләй. Хосуси милектәге 6576 пр‑тиеның 3969‑ы национализациялана. Бындай киң Н. сәйәсәте сәнәғәт етештереүенең кәмеү сәбәптәренең береһенә әйләнә. Яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтары өлөшләтә хосусилаштырыла.

Әҙәб.: Х а з и е в Р.А. Экономическое развитие периода гражданской войны в Башкортостане. Уфа, 1994.  

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: