Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО

Просмотров: 1024

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО, “Бөтә халыҡтар өсөн ғибәҙәтҡылы уйорто”. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. төҙөлә (1 ҡатлы), 1992 й. яңы бинаһы һалына. Башҡортостан инжил христиан‑баптистары сиркәүҙәре берекмәһе ҡарамағында. Ғибәҙәт ҡылыу йортоноң бинаһы (майҙаны 580 м2) кирбестән төҙөлгән, 2 ҡатлы, ҡыйығына ҙур булмаған тәреле башня ҡуйылған. 250 урынлыҡ ғибәҙәт ҡылыу залында (майҙаны 150 м2) вәғәзсе өсөн кафедра, сиркәү хоры өсөн урын, тәре рәүешендә тәҙрә бар. Икенсе ҡаты тәңгәлендә 2 балкон (дөйөм һыйҙырышлығы яҡынса 100 кеше) урынлашҡан. Имсәк балалы ҡатындар, балалар, компьютер, дини хеҙмәт һәм хужалыҡ ихтыяждары өсөн бүлмәләре, ш. уҡ китапханаһы, радиостудияһы бар. Балалар һәм өлкәндәр өсөн Библия нигеҙҙәрен һәм христиандар тормошон өйрәнеү б‑са йәкшәмбе курстары эшләй. Сиркәүҙә Пасха, Раштыуа һ.б. байрамдар үткәрелә. Айына бер тапҡыр диндарҙар причастие ҡабул итергә йыйыла. Пресвитерҙар: И.М.Жук (1976 й. алып), Л.М.Маркевич (1996 й. алып).

А.В.Лазненко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: