МИҢЛЕҒӘЗИМОВ Наил Солтан улы
МИҢЛЕҒӘЗИМОВ Наил Солтан улы [27.4.1947, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) Мәтәүтамаҡ а.], электрон техникаһы инженеры. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2014). Мәскәү урман‑техник ин‑тын тамамлаған (1970). 1971 й. алып БашНИПИнефттә (1980 й. алып сектор етәксеһе) эшләй, 1987 й. — Көнсығыш хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы ҒТИ‑ның лаб. мөдире (Өфө); 1993 й. — БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда: бүлек етәксеһе, 1999 й. — лаб. мөдире. 2001 й. алып “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ‑ның Өфө ғилми бүлексәһендә бүлек нач., 2011 й. — БДАУ‑ҙа. Фәнни хеҙмәттәре тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында ағыулы сәнәғәт ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу һәм утилләштереү, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән, нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау б‑са норматив һәм методик документтар эшләнгән. М. етәкс. Өфө, Бәләбәй, Туймазы ҡҡ. өсөн маҡсатлы экологик программалар әҙерләнгән. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Водоснабжение в нефтедобыче. Уфа, 2003 (авторҙ.); Обращение с отходами производства потребления. Уфа, 2005 (авторҙ.); Техника и технология утилизации нефтяных отходов. Уфа, 2010 (авторҙ.).
Н.В.Давиденко
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов