Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЩЕНКО Игорь Тихонович

Просмотров: 713

МИЩЕНКО Игорь Тихонович (30.7.1937, Өфө ҡ. — 21.6.2020, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1990), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй. 1967 й. алып И.М.Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетында уҡыта (Мәскәү ҡ.): 1987 й. нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2012 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге нефть, газ, газ һәм конденсат ятҡылыҡтарын файҙаланыу проблемаларына арналған. М. тарафынан скважиналарҙан шыйыҡлыҡты күтәреү һәм ҡатлам флюидтарының үҙенсәлектәрен иҫәпләп сығарыуҙың теоретик нигеҙҙәре, батырылмалы ҡорамалдарҙың ауыҙы алдында ирекле газдың тәбиғи рәүештә бүленеүе теорияһы эшләнгән, скважиналарҙың торба арты арауығындағы изотермик булмаған эш тигеҙләмәһе һ.б. алынған. Ул ҡатмарландырылған шарттарҙа скважиналарҙы файҙаланыу буйынса йүнәлеште үҫтергән. М. етәкселегендә уйлап табылған ҡуйы нефть сығарыу насостары, сепараторҙар, ағымлы техника, тандемлы ҡулайламалар РФ‑тың нефть сығарыу предприятиеларында ҡулланыла. РФ Хөкүмәте премияһы (1997, 2009), И.М.Губкин исемендәге премия (1998, 2002, 2006) лауреаты.

  Х е ҙ м.: Расчёты физико‑химических свойств пластовой нефти и воды. М., 2004 (авторҙ.); Выбор способа эксплуатации скважин нефтяных месторождений с трудноизвлекаемыми запасами. М., 2005 (авторҙ.); Скважинная добыча нефти. 2-е изд., испр. М., 2007. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2024