Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕСАРОШ Дьюла

Просмотров: 1329

МЕСАРОШ Дьюла (28.3.1883, Сакч ҡ., Австро-Венгрия — 1957, Нью-Йорк ҡ., АҠШ), этнограф, шәрҡиәтсе, фольклорсы. Будапешт ун‑тын тамамлаған. Төрки-татар филол. д‑ры (1909). Фәнни эшмәкәрлеге Урал-Волга буйы халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорттарҙың, фольклорын, телен һәм этнографияһын өйрәнеүгә арналған. Башҡорттар м‑н венгрҙарҙың этногенетик бәйләнеш проблемаһын (ҡара: Башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһы, Боронғо венгрҙар) тикшерә. Ырымбур губернаһы һәм Пермь губернаһы буйлап сәйәхәт иткәндә М. тарафынан йыйылған башҡорттарҙың этнографияһы б‑са материалдар (225 әйбер һәм 86 фотоһүрәт) Венгрия этнография музейында (ҡара: Этнографик коллекциялар) һаҡлана; 1958—59 йй. улар системаға һалынып, исемлеге төҙөлә һәм артабан Башҡортостан этнографтары тарафынан киң файҙаланыла (ҡара: Этнология).

Х е ҙ м.: Baskirfoldi tanulmanyutam //Etnographia. 1910. №21; Magna Ungaria. A baskirmagyar kerdes. Budapest, 1910.

И.В.Кучумов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019