ЭСӘКТӘРҘЕҢ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕГЕ
ЭСӘКТӘРҘЕҢ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕГЕ, и л е у с, эсәктәрҙәге тупланманың хәрәкәте туҡталыуға бәйле киҫкен хирургик ауырыу. Механик (странгуляцион, обтурацион һәм ҡатнаш) һәм функциональ (спастик һәм паралитик) Э.ү. айырыла.
Кешелә Э.ү. Симптомдары: газдар һәм оло ярауҙың туҡталыуы, ҡорһаҡта ҡатыу алыу рәүешендәге ауыртыу, уҡшыу һәм ҡоҫоу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: перитонит, эсәк некрозы һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб., инструменталь (рентгенологик, ультрасонографик, эндоскопик) һәм функциональ тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау консерватив һәм хирургик. Иҫкәртеү: ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуын булдырмау, рациональ туҡланыу. Башҡортостанда 100 мең кешегә Э.ү. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2011 й. — 20,4; 2012 — 19,0; 2013 — 18,4. Э.ү. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында 20 б. 60‑сы йй. алып үткәрелә (И.В.Верзакова, Н.Ғ. Ғатауллин, И.Х.Ғаттаров, А.В.Ибраев, Р.З.Латипов, С.А.Пашков, В.В. Плечев), Э.ү. патоморфологияһы (Х.С. Сәләхов), ауырыуҙарҙы “Яҡтыкүл” һәм “Красноусол” шифаханаларында реабилитациялауҙың һөҙөмтәлелеге (Һ.Н.Хунафин) өйрәнелә, дауалауҙың аҙ инвазивлы ысулдары камиллаштырыла (М.С.Ҡунафин, В.М.Сибаев, В.М.Тимербулатов).
Хайуандарҙа Э.ү. Күбеһенсә йылҡыла осрай. Төп симптомдары: тирләү, ҡоҫоу, пульстың, һулыштың йышайыуы һ.б. Диагностикаһы клиник билдәләргә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз. Иҫкәртеү: а.х. хайуандарын аҫрау һәм ашатыу ҡағиҙәләрен үтәү. Хайуандарҙа Э.ү. диагностикалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. алып Аграр университетта үткәрелә (С.А.Ивановский, Э.Р.Исмәғилева, В.Г.Кирилов).
У.Ғ.Ҡадиров, М.С.Ҡунафин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина