Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘС БИҘӘҮЕСТӘРЕ

Просмотров: 1250

СӘС БИҘӘҮЕСТӘРЕ, ҡатын‑ҡыҙҙың байрам, йола һәм көндәлек кейеменә (ҡара: Башҡорт кейеме) өҫтәмә: ҡаралыҡтар, елкәлектәр, сәсмәүҙәр һ.б. Традицион биҙәүестәр комплексына ингәндәр, төбәк үҙенсәлеге м‑н айырылған. С.б. киң таралған төрҙәренә йөн ептән йәки ат ҡылынан үрелгән, таҫма йә бауҙан яһалған, төрлө суҡтар м‑н биҙәлгән ҡаралыҡтар ингән. Ҡаралыҡҡа зыңлап торған сылтыраҡ, сулпы, бер йәки икешәр ҡат тәңкә (һумлыҡ), бетеү ҡушып теккәндәр. Елкә биҙәүестәре итеп эске яғынан ҡаралыҡ үткәрер өсөн тишеге булған ҙур айыл (өлфөйә, өрфөйә) ҡулланғандар. Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында күн йәки туҡыманан яһалған ярым түңәрәк, өсмөйөш йәки тура мөйөш формаһындағы, мәрйен, сәйлән, тәңкә м‑н биҙәлгән елкәлектәр таралған була, уларҙың ҡайһы берҙәренең биҙәге кеше йөҙөн хәтерләткән. Уларҙы муйынсаҡтан эшләнгән сәсмәү, осона тәңкәләр баҫылған биҙәкле тар таҫмаларҙан эшләнгән сәсүргес (сәс үрмесе) м‑н таҡҡандар. Төньяҡ, көнбайыш һәм үҙәк райондарҙа С.б. булып сулпы киң файҙаланылған. Төньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш райондарҙа 2 рәт көмөш тәңкә баҫылған, өҫкө яғына ярым аҫыл таштар беркетелгән айыл, аҫҡы яғына сулпылар ҡуйылған сәсҡап (арҡалыҡ) таралған була. Урыны м‑н был биҙәүес аҡрынлап арҡа биҙәүесенә әүерелә һәм түш биҙәүесе — һаҡал м‑н бергә йөрөтөлә башлай. Һуңыраҡ ярым аҫыл таштар м‑н биҙәлгән көмбәҙ рәүешендәге елкә биҙәүестәре тарала башлай. С.б. һаҡлағыс, талисман итеп файҙаланылған. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар һәм Урал‑Волга буйының башҡа халыҡтарында киң таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019