Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҢЛАЙ БИҘӘҮЕСТӘРЕ

Просмотров: 941

МАҢЛАЙ БИҘӘҮЕСТӘРЕ, ҡатын-  ҡыҙҙың байрам, йола ваҡытында  һәм көндәлек кейгән кейеменең  бер өлөшө (ҡара: Башҡорт кейеме).  Уға бәйләмес, тирәс ҡарай. Традицион  биҙәүестәргә ингән һәм терр.  үҙенсәлеккә эйә булған. М.б. ғәҙәттә  ҡатлы туҡыманан (ебәк, бәрхәт)  теккәндәр йәки туҙҙы, ҡатырғаны  туҡыма м‑н уратып, тирәс рәүешендә  яһағандар. Өлкән йәштәге ҡатын-  ҡыҙ шәл аҫтынан, яулыҡ йәки  ҡалпаҡ өҫтөнән уҡа (ҡаш уҡа), һирәгерәк  суҡ һәм ялтырауыҡ суҡ (уҡа  сәсәк) м‑н биҙәлгән төрлө төҫтәге  ебәк бәйләместәр (киңлеге 7—10 см,  оҙонлоғо яҡынса 32 см) кейеп йөрөгән.  Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар һәм  йәш ҡатындар тәңкә һәм мәрйен,  ҡайһы саҡта сәйләндән йәки ваҡ тәңкәләрҙән  эшләнгән сикә суҡтары м‑н  биҙәлгән тирәс йәки маңлайса кейгән.  Ҡайһы бер райондарҙа маңлайсаларҙың  ситен тәңкәләр теҙмәһе, нәҙек сылбырҙар  һәм көмөш биҙәүестәрҙән  торған  оҙон суҡтар м‑н биҙәгәндәр.  М.б.  айырым бер төрөнә  киндер бәйләмес  — һарауыс инә. Ҡайһы  бер М.б.  традицион баш кейеменең бер өлөшө  булған: ҡашмауҙың маңлайға төшөп  торған маңлай  суғы, көнсығыш башҡорттары  кейгән кәләпүштең  епкә  теҙелмәле ҡыҙыл мәрйендәре.  М.б.  сыуаш, татарудмурттарҙа һәм  Урал, Волга буйының башҡа халыҡтарында  ла булған.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019