Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИЗАМЕТДИНОВА Розалия Сабирйән ҡыҙы

Просмотров: 963

НИЗАМЕТДИНОВА Розалия Сабирйән ҡыҙы (19.1.1944, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Дим ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Свердловск өлк. Заречный ҡасабаһында эшләй, 1972 й. алып БДМУ‑ла, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап Көнсығыш иҡт.- юридик гуманитар академияһында. Фәнни эшмәкәрлеге поликлиника терапияһы, клиник геронтология, иҫкәртеү медицинаһы проблемаларына, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу б‑са тәҡдимдәр эшләүгә арналған. Н. тарафынан хроник йоғошһоҙ ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефенең төп сәбәптәрен, студенттарҙың һаулыҡ торошон һәм физик үҫеш үҙенсәлектәрен асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Н. ҡатнашлығында халыҡтың төрлө төркөмдәрендә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү б‑са белем биреү программалары һәм өйрәтеү мәктәптәрен ойоштороу ысулдары эшләнгән. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Здоровый образ жизни — основа сохранения здоровья населения. Уфа, 2007 (авторҙ.); Поликлиническая терапия. Уфа, 2009 (авторҙ.); Метаболический синдром в поликлинической практике. Уфа, 2010. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019