Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКИТИНА Ирина Леонидовна

Просмотров: 681

НИКИТИНА Ирина Леонидовна (18.7. 1970, Йошкар‑Ола), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1993), 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2006—12 йй. БР‑ҙа һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш өлкәһен күҙәтеү б‑са Федераль хеҙмәттең Лицензиялаусы консультатив-методик үҙәге филиалында эшләй (2007 й. алып дир.). Фәнни эшмәкәрлеге эксперименталь һәм клиник фармакологияға арналған. Н. ҡатнашлығында киҫкен гипобарик гипоксияға бирешмәүҙе көсәйтә торған дарыу; бауырҙың микросомаль ферменттары индукцияһын ҡуҙғытыусы гепатопротектор сара һәм уны алыу ысулы; эксперименталь фармакологияла һәм нейрофизиологияла файҙаланыла торған тәртип тестары параметрҙарын теркәү һәм эшкәртеү өсөн компьютер программалары эшләп сығарылған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019