Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОВСЯННИКОВА Людмила Борисовна

Просмотров: 917

ОВСЯННИКОВА Людмила Борисовна (25.2.1948, Рига), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2002). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Өфө ҡала санитария-эпидемиология ст. эшләй. 1978 й. алып БДМУ‑ла: 1980 й. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000—2002 йй. үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап уҡытыусы, 2008 й. алып гигиена, эпидемиология, дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтен һәм хеҙмәт гигиенаһын ойоштороу курстары м‑н мед.‑профилактика эше каф. һәм дипломдан һуң белем биреү ин‑тының проф. ауырыуҙар каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия пр‑тиелары ташландыҡтарының халыҡ һаулығына тәьҫирен һәм кешеләрҙең улар йоғонтоһона яраҡлашыуын өйрәнеүгә; БР‑ҙың эре сәнәғәт үҙәктәрендә соц. гигиена мониторингыһы системаһында халыҡ һаулығына баһа биреү һәм тирә‑яҡ мөхиттең техноген факторҙары йоғонтоһоноң балаларға артабанғы эҙемтәләр хәүефлеге критерийҙарын эшләүгә арналған. О. ҡатнашлығында респ. һауа атмосфераһының, эсәр һыуҙың, тупраҡтың бысраныу кимәленә, тыумыштан үҫеш кәмселектәре, онкологик ауырыуҙар таралышына тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Бөтә Рәсәй гигиенистары һәм санитар табиптары ғилми мед. йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе (2011 й. алып). 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Качество жизни населения и экология. Пенза, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019