Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛАН КУЛЬТЫ

Просмотров: 1495

БОЛАН КУЛЬТЫ, кеше м‑н тотем хайуан — болан араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә ышаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге традицион дини инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан. Болан башҡ. фольклорында ҡояш культы м‑н бәйле күктән төшкән изге йәнлек булып кәүҙәләнә. Ғәйнә ҡәбиләһе легендаларында уларҙың ата‑бабаһы Әйнә һәм Ғәйнә боландар ярҙамында тыуған ерен таба, ҡояшты тотҡонлоҡтан ҡотҡара. Мөгөҙөндә ҡояшты йөрөткән болан образы “Ҡыран батыр” әкиәтендә сағылыш таба. Төньяҡ башҡорттарҙың легенда һәм риүәйәттәрендә болан — ырыуҙы ҡурсалаусы, балаларҙы һәм етемдәрҙе яҡлаусы, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыусы. Бала тыуыуға бәйле йолаларҙың күптәре Б.к. м‑н бәйле: башҡорттар бала тыуыу м‑н болан араһында тылсымлы бәйләнеш булыуына ышанған. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында (Ғ.Сәләм версияһы) инә болан балалар тыуыуы т‑да хәбәр килтереүсе булып сығыш яһай. Традицион башҡ. хөрәфәттәрендә болан мөгөҙө һаҡлағыс булған: ҡарындағы бала имен‑һау үҫешһен (ғәйнәләрҙә), сабыйҙы яуыз көстәрҙән (үҫәргәндәрҙә), күҙ тейеүҙән һаҡлаһын, өйҙә муллыҡ булдырыуға ярҙам итһен өсөн, уны ишек башына ҡаҡҡандар; төйөлгән болан мөгөҙө төнәтмәһе ҡатындарға ауырға ҡалырға булышлыҡ итә, ғүмерҙе оҙайта һәм бәхет килтерә, тип иҫәпләнгән. Болан һәм болан мөгөҙө һүрәте рәүешендәге орнамент башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә, һарауыс, еләндәрҙә һ.б. киң файҙаланылған һәм һаҡлағыс бурысын үтәгән. Б.к. башҡорттарҙың мөһим урынды һунарсылыҡ алып торған традицион йәшәү рәүеше һәм хужалығы м‑н бәйле хөрәфәттәрендә сағылыш таба. Һунарсылар боландың кеше телен аңлауына ышанған, шуға ла уны һунарҙа кинәйәләп “ҡыр һыйыры” тип атаған. Боланды ололау башҡорттарҙың ҡайһы бер ырыу‑ҡәбилә төркөмдәрендә боланды тәү ата‑баба тип уйлауға барып тоташа, был һаҡланып ҡалған этнонимдарҙа (ҡара: Этнонимика), мәҫ., һалйот ҡәбиләһенең бөрө ырыу бүленеше (төрки‑монгол халыҡтарында pur-/ bur- нигеҙле терминдар “болан” төшөнсәһен белдерә) атамаһында күренә. Йәнлек стилендә эшләнгән археологик табылдыҡтар араһында үҙәк урындарҙың береһен биләгән болан һынлы предметтар (ҡара: Филипповка ҡурғандары, Ғүмәр ҡәберлеге һ.б.) Б.к. киң таралыуы хаҡында һөйләй; Б.к. Кавказ, уралалтай, һинд‑европа һ.б. халыҡтарҙың күбеһендә осрай.

Әҙәб.: Илимбетова А. Культ оленя у башкир //Ватандаш. 2002. №8.

А.Ф.Илембәтова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: