Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 1150

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР, үҙҙәре аша үткән яҡтылыҡтың поляризация яҫылығын әйләндереүгә һәләтле матдәләр. Молекулаларҙың тәбиғи оптик яҡтан активлығының кәрәкле шарты булып хираллек тора (ҡара: Изомерҙар). Үҙәк (хираль үҙәк), аксиаль (хираль күсәр), планар (хираль яҫылыҡ) һәм спиралле (ҡапма‑ҡаршы яҡҡа боролған спиралдәр) хираллек төрҙәрен айыралар. Асимметрик үҙәктәре булған органик берләшмәләрҙең күбеһенә оптик яҡтан активлыҡ күренеше хас. Уларға углеродтың һ.б. тетраэдр геом. атомдарҙың берләшмәләре (өсләтә аминдар һәм фосфиндар оксидтарындағы азот һәм фосфор), сульфоний тоҙҙарындағы һәм сульфоксидтарҙағы өс координациялы көкөрт инә. О.я.а.б. боролоу мөйөшө һәм сағыштырма әйләнеү м‑н характерлана. О.я.а.б. полярлашҡан яҡтылығының күҙәтелгән боролоу мөйөшө сәғәт теле боролошона ярашлы ыңғай йәки кире булыуы мөмкин. О.я.а.б. — стереохимияның төп объекты булып тора, улар ярҙамында SN2 механизмына ярашлы алмашыныу реакцияларының конфигурация әйләнеүе м‑н, SN1 механизмына ярашлы — рацемизация м‑н оҙатылыуы асыҡланған. Энантиомер яҡтан таҙа О.я.а.б. — организмдарҙың йәшәү эшмәкәрлегенең продукттары. Тәбиғи О.я.а.б. күбеһендә (аминокислоталар, углеводтар, терпендар, гидроксикислоталар) башлыса бер нисә асимметрик үҙәк бар. О.я.а.б. күп һанлы төркөмөн тәбиғи һәм синтетик түбән молекулалы биорегуляторҙар тәшкил итә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков етәкс. тәбиғи О.я.а.б. — глицирризин кислотаһы, бетулин, углеводтар, терпеноидтар — бүлеп алыу һәм химик үҙгәртеүҙәр б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Л.Ә.Балтина, Р.М.Кондратенко, О.Б.Казакова). Простагландиндар, лейкотриендар, эпотилондар, элеутезидтар (Ф.А.Вәлиев, М.С.Мифтахов, А.Г.Толстиков), феромондар, ювеноидтар (Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков), пиретроидтар (Ф.З.Ғәлин), нуклеозидтар (И.Б.Абдрахманов, Ә.Ғ.Мостафин) синтезлау ысулдары эшләнгән. 1991 й. башлап М.С.Юнысов етәкс. үҫемлек сығышлы (РФ флораһы) О.я.а.б. өйрәнеү б‑са эштәр алып барыла. 1993 й. алып Нефтехимия һәм катализ институтында У.М. Джемилев һәм Одиноков етәкс. экдистероидтарҙы (И.В.Ғәләүетдинов, Р.Ғ.Савченко), гликозаминогликандарҙы (И.Ю.Понеделькина), токоферолдарҙы (А.Ю.Спивак) бүлеп алыу һәм үҙгәртеүҙәр б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: П о т а п о в В.М. Стереохимия. М., 1988; С о к о л о в В.И. Стереохимия оптически активных соединений: проблемы и перспективы //Известия Академии наук. Серия химическая. 2001. №8; И л и е л Э., В а й л е н С., Дойл М. Основы органической стереохимии. М., 2007.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: