Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЖРИБӘ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

Просмотров: 685

ТӘЖРИБӘ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, продукцияның яңы төрҙәрен йәки инновацион технологик процестарҙы барлыҡҡа килтереү б‑са тәж.конструкторлыҡ йәки фәнни‑тикшеренеү эштәренең һуңғы этабы. Ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен сәнәғәт шарттарына макс. рәүештә яҡынайтылған, әммә бәләкәйерәк масштабта тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Т.п. һөҙөмтәһе: сәнәғәт производствоһын проектлау өсөн мәғлүмәт алыу, ҡулланыусылар заказы б‑са һынауҙар өсөн продукцияның тәж. партияһын сығарыу. Т.п. ойошторғанда тәж. партияһы күләме, технологик процесс барышына ҡорамал ҡеүәтенең йоғонтоһо м‑н билдәләнгән үлсәмдәре иҫәпкә алынырға тейеш. Т.п. технологик схемаһын үҙгәртеү мөмкинселеген иҫәпкә алып, заманса һәм перспективалы техника м‑н йыһазландырыла. Уның өсөн бөтә производство операцияларын бер технологик линияла башҡарыу мотлаҡ. Т.п. продукцияны күпләп йәки сериялы етештергән фәнни‑тикшеренеү ин‑ттарында, проект‑конструкторлыҡ ойошмаларында, сәнәғәт пр‑тиеларында булдырыла. Башҡортостанда Т.п. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ (ҡара: Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводы), НИИнефтехим (ҡара: Нефтехим тәжрибә заводы), Органик химия институты, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты, Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты, Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты, Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалы (ҡара: Тәжрибә заводы) составында ойошторолған. Шулай уҡ Т.п. Салауат нефтехимия комб‑ты (ҡара: “ГазпромнефтехимСалават”), Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑ды (ҡара: Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы), Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Технолог”), “Мотор” ҒПП составында асылған.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: