Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГАНИК БЫЯЛА

Просмотров: 1163

ОРГАНИК БЫЯЛА, органик полимерҙар нигеҙендә алынған, үтә күренмәле ҡаты материал (полиакрилаттар, полистирол, поликарбонаттар һ.б.). Күбеһенсә полиметилметакрилат нигеҙендәге (95%) табаҡлы материал (плексиглас, перспекс, кларекс) осрай. О.б. силикатлы быяланан сағыштырмаса юғары булмаған тығыҙлығы, аҙ ватылыуы, түбән т‑рала йомшарыуы (йылыға сыҙамы 140°C тиклем), атмосфераға сыҙамлы булыуы м‑н айырылып тора. Юғары оптик үтә күренеү (полиметилметакрилат өсөн 92%‑ҡа тиклем), О.б. аша ҡарағанда предметтарҙы оптик яҡтан боҙоп күрһәтеү, фотоэластиклыҡ (оптик анизотропия) хас. Полиметил‑ метакрилат нигеҙендә алынған О.б. форполимерҙы йәки полиметилметакрилаттың мономерҙағы эретмәһен герметик формала (50°C т‑рала 24 сәғ. алып бер нисә тәүлеккә тиклем) иркен радикал полимерлашыу һәм унан һуң табаҡты ориентациялап (мәҫ., преста полимерҙың йомшарыу т‑раһынан 10—12°C юғарыраҡ т‑рала), уны йөк аҫтында һыуытып алалар. О.б. ҡулланыу маҡсатына ярашлы, полимерлау массаһының составына пластификаторҙар, буяу, тоноҡландырғыстар, стабилизаторҙар һ.б. индерәләр. Полистиролдан һәм поликарбонаттан табаҡ формаһындағы О.б. экструзия ярҙамында, ҡатмарлы формалағы изделиеларҙы алдан синтезланған полимер бөртөксәләрен йәки порошоктарҙы баҫым аҫтында ҡойоу ысулы м‑н алалар. О.б. изделие‑ ларын блок, табаҡ, күсәрҙәр һ.б. сифатында сығаралар. О.б. конструкция материалы итеп авиа, автомобиль һәм суднолар төҙөүҙә, парниктарға, теплицаларға, көмбәҙҙәргә, тәҙрәләргә быяла ҡуйыу һәм биналарҙы биҙәү өсөн, мед. инструменттары һәм протездары, аҙыҡ сәнәғәтендә торбалар эшләү, оптик линзалар, призмалар һ.б. етештереү өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда Химия ин‑тында С.Р.Рафиҡов һәм Г.В.Леплянин етәкс. полиметилметакрилат нигеҙендә О.б. эшләү технологияһын һәм сифатын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Метилметакрилатты полимерлаштырыу кинетикаһын гель‑эффект стадияһында фотоингибирлау ысулы (Г.П.Гладышев) һәм эндотермик реакцияға килтергән өҫтәмәләр индереп (Л.Х.Биксурина), йылылыҡ бүлеү ысулы м‑н көйләү эштәре эре габаритлы, оптик яҡтан бер төрлө һәм механик яҡтан изотроплы О.б. блоктарын алыу технологияһын эшләргә мөмкинлек бирә. Полимерлашыу стадияһында металдарҙың сульфоксид комплекстарын индереп (Э.М.Батталов) буялған О.б., метилметакрилатты тиоцикландар ҡатнашлығында полимерлаштырып (В.Н.Сәлимгәрәева) радиацияға тотороҡло О.б. алыу ысулдары эшләнгән. Метилметакрилатты көкөртлө һәм бифункциональ акрилаттар м‑н сопо‑ лимеризациялау ваҡытында ҡатылығы юғары һәм сәнәғәттәге О.б. ҡарағанда йомшарыу т‑раһы 100—110°С күберәк булған радиацияға тотороҡло О.б. синтезлана (А.И.Воробьёва). Өҫкө кәкрелеге юғары теүәллекле Френель линзалары (С.И.Кузнецов) һәм шешеүгә ҡаршы үҙенсәлекле ҡаты контакт линзалар сығарыу ысулдары эшләнгән (Воробьёва). Был ысулдар ярым сәнәғәт масштабында Силәбе О.б. з‑дында үҙләштерелгән. Метилметакрилатты О.б. физик‑механик үҙенсәлектәрен көйләү мөмкинлеген биргән фуллерендар, металлоцендар һ.б. металл комплекслы берләшмәләр ҡатнашлығында полимерлашыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Х.Йомағолова, С.В.Колесов, Ю.Б.Монаков, Н.Н.Сигаева).

Әҙәб.: Г у д и м о в М.М., П е р о в Б.В. Органическое стекло. М., 1981; Ш т и л ь м а н М.И. Полимеры медико‑биологического назначения. М., 2006.

А.И.Воробьёва

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: