Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ

Просмотров: 1102

БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ, биналарҙы эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү өсөн ҡулланылыусы төҙөлөш материалдары. Химик составы б-са минераль һәм органик сығышлы Б.м. айыралар. Минераль Б.м. еңел (эзбиз, гипс һ.б.) һәм гидравлик (портландцемент, аҡ һәм төҫлө цемент һ.б.) бәйләүес матдәләр, йөҙләү таштары нигеҙендәге материалдарҙы, балсыҡ нигеҙендә эшләнгән керамик материалдарҙы индерәләр. Биналарҙы эске яҡтан биҙәү өсөн бәйләүес матдәләрҙән башлыса эзбизле, эзбизле-гипслы, цементлы-эзбизле Б.м., гипс иҙмәләре, художестволы-декоратив штукатуркалар — стукко (ныҡ итеп үртәлгән гипс м-н әсеүташ, елем, мәрмәр онтағынан эшләнгән яһалма мәрмәр), сграффито (төрлө төҫтәге ҡабарынҡы биҙәкле штукатурка), терразит (эзбизле-цементлы бәйләүес м-н ваҡ итеп онталған мәрмәр, минераль буяу, слюда йә иһә быяла ватығы ҡатышмаһы иҙмәһе) файҙаланыла. Биналарҙы тыштан биҙәү өсөн эзбизлецементлы йәки цементлы бәйләүес матдәләр нигеҙендәге һыуға сыҙамлы штукатурка составы ҡулланыла. Фасадтарҙы һәм биналарҙы эстән биҙәү өсөн буялған (сеймал ҡатышмаһына пигмент ҡушыу) өҫкө йөҙө декоратив шыма, ҡабарынҡы (еүеш сеймалды махсус тараҡтар һәм валиктар м-н эшкәртәләр) йәки фактураланған (ал яғына глазурь һөртөлә, төҫлө балсыҡ суспензияһы м‑н ангобирлау йә иһә буяулы минераль онтағы м-н торкретирлау уҙғарыла) керамик материалдан эшләнгән йөҙләү кирбесе ҡулланыла. Эстән биҙәү өсөн ш. уҡ өҫкө йөҙө ялтырауыҡлы йә иһә ялтырауыҡһыҙ төҫлө йәки ҡабарынҡы биҙәкле глазурь м-н ҡапланған керамик плита, тышҡы һәм эске яҡтан йөҙләү өсөн тәбиғи таш плитка (мәрмәр, гранит, габбро, ҡабырсаҡ тоҡомдар, йәшмәләр һ.б.) файҙаланыла. Органик сығышлы Б.м. тәбиғи (үҙағас) һәм синтетик (полимер) төрҙәргә айыралар. Үҙағастан алынған Б.м. — паркет, ағас (тәҙрә, ишек блоктары һ.б.) һәм фрезерланған (плинтустар, таянғыстар, йөҙлөктәр һ.б.) әйберҙәрҙе, ағас плита һ.б., синтетик Б.м. акрил һ.б. ыҫмалалар нигеҙендәге штукатурка әҙерләү иҙмәләрен, винил сайдинг (поливинилхлоридтан эшләнгән панель), полистиролдан эшләнгән плиткалар һәм түшәм панелдәрен, өҫкө йөҙө ялтырауыҡһыҙ, лаклы, туҡыма һ.б. төрлө булған киреп түшәмгә йәйеү өсөн тәғәйенләнгән поливинилхлорид плёнкаларҙы, полистиролдан һәм полиуретандан һылап эшләнгән ҡалҡыу биҙәкле розеткалар, кәрниздәр һәм плинтустарҙы индерәләр. Башҡортостанда төҙөлөш материалдары сәнәғәте, Октябрьский керамик плиткалар һәм фарфор изделиелар заводы, “Каучук” ЯАЙ, “Каустик”, “Сода”, “Стеклонит” ААЙ‑лары, Өфө лак-буяу заводы, “ХИМЭКС” ғилми-производство пр‑тиеһы Б.м. киң ассортиментын сығара: йөҙләү өсөн керамик һәм силикат кирбес, “Бессер” бетон блоктары, тәҙрә һәм ишек блоктары (750 мең м2), киптерелгән төҙөлөш ҡатышмалары (130 мең т), тәбиғи таштан эшләнгән йөҙләү әйберҙәре (35 мең м2), стена һәм иҙәнгә түшәү өсөн керамик плиталар (2,2 млн м2) һ.б.

Л.А.Яковлев

Тәрж Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: