Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЛЛАНЫЛЫШТАН ҮТКӘН МАЙҘАР

Просмотров: 1030

ҠУЛЛАНЫШТАН ҮТКӘН МАЙҘАР, эксплуатациялау ваҡытында химик һәм физик үҙенсәлектәре үҙгәреү сәбәпле төп тәғәйенләнеше б‑са файҙаланыла алмаған, файҙаланыуҙың норматив мөҙҙәттәре үткән һәм алыштырылырға тейеш булған синтетик, минераль майҙар йәки уларҙың ҡатышмалары. Майҙарҙың үҙенсәлектәре насарайыуы уларҙың термик тарҡалыуы, окисланыуы, күмерләнеүе, яғыулыҡ м‑н шыйығайтылыуы, органик булмаған өлөшсәләр м‑н бысраныуына бәйле. Ҡ.ү.м. асфальтлыыҫмалалы матдәләр, кокс, ҡором, металл, оксид, һыу тамсылары, төрлө тоҙҙар, кислоталар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр өлөшсәләре һ.б. туплана. Ҡ.ү.м. канцероген һәм мутаген тәьҫирҙәргә эйә булған 38 химик берләшмә, ш. иҫ. бензпирен, полихлордифенил, диоксин, фуран, булыуы идентификациялана. Ҡ.ү.м. иң ныҡ таралған техноген ҡалдыҡтар иҫәбенә индерәләр; Ҡ.ү.м. м‑н һыуҙарҙы бысратыу ғына дөйөм техноген бысратыуҙарҙың 20%‑ын тәшкил итә. Майҙарҙы регенерациялауға башлыса ҡушылмалары 4—8%‑тан артмаған Ҡ.ү.м. дусар ителә. Етешмәгән компоненттарҙы индереп, сифаты б‑са тауар майына яҡын булған продукт алына. Байтаҡ күләмдәрҙә йыйылған Ҡ.ү.м. ҡатышмаларынан махсуслаштырылған пр‑тиеларҙа технологик процестар комплексын (көкөрт кислотаһы м‑н таҙартыу, вакуумда ҡыуыу, экстракция һ.б.) ҡулланып икенсел эшкәртеүҙән һуң төп нигеҙ майҙарын алалар.

Башҡортостанда 20 б. 80—90‑сы йй. ӨДНТУ‑ла П.А.Золотарёв етәкс. Ҡ.ү.м. утилләштереү проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда, Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында, “Содействие” Башҡ‑н инновация үҙәгендә (Өфө) Ҡ.ү.м. йыйыу һәм утилләштереү башҡарыла. Нефть‑газ ҡорамалдары тәжрибә з‑ды (Өфө) яғыулыҡ сифатында Ҡ.ү.м. файҙаланылған ПТ‑500 маркалы йылытҡыс сығара.

Әҙәб.: ЗолотарёвП.А. Очистка минеральных масел. Уфа, 1980; Утилизация отработанных масел. Уфа, 1996.

Ш.Т.Аҙнабаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: