Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР

Просмотров: 1315

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР, һуғыш припастарын әҙерләү өсөн ҡулланылған һәм химик ҡоралдың нигеҙен тәшкил иткән көслө ағыулай торған берләшмәләр.

Тактик классификацияға ярашлы, ҡуйыртылған парҙарының тығыҙлығы (осоусанлығы) б‑са тотороҡһоҙ (фосген, синиль к‑таһы), тотороҡло (иприт, люизит) һәм ағыулы төтөнлө (адамсит, хлорацетофенон); тәьҫир итеү үҙенсәлеге б‑са үлемесле (зарин, иприт), оҙайлы (инкапаситанттар) һәм ҡыҫҡа ваҡытлы (ирританттар, дибензоксазепин) йоғонто яһаусы А.м. бүләләр. Физиол. үҙенсәлектәренә ҡарап — нервы‑паралитик (зарин, зоман), тирене шештереүсе (иприт, люизит), дөйөм ағыулы (синиль к‑таһы, хлорциан), тонсоҡторғос тәьҫирле (фосген, фосфин), йәш ағыҙа торған — лакриматорҙар, психотроп — галлюцинация (би‑зет) һәм шизофрения (фенциклидин) барлыҡҡа килтереүсе, өҫкө тын юлдарын ҡуҙғытыусы — стерниттар (адамсит, дифенилхлорарсин).

А.м. тын юлдары, тире ҡатламдары, лайлалы тиресәләр һәм аш һеңдереү юлдары аша үтеп инә. Ағыулау дәрәжәһе күпселек А.м. төрлө ферменттар эшмәкәрлеген тотҡарлай алыу мөмкинлектәренә бәйле. А.м. һаҡланыуҙың саралар комплексына уларҙы билдәләү, газһыҙландырыу, химик матдәләрҙән һаҡланыу сараларын (противогаз, һаҡлағыс кейем) ҡулланыу инә. А.м. ҡулланыу Гаага декларацияһы (1899), Женева протоколы (1925) тарафынан тыйылған. 1996 й. алып РФ‑та Маҡсатлы федераль программаға ярашлы А.м. юҡ итеүҙең экологик яҡтан зарарһыҙ ысулдары эшләнә.

БР пр‑тиеларында хлор һәм уның берләшмәләре эреткестәр, буяуҙар, дарыуҙар, мономерҙар, полимерҙар, хлоридтар алыуҙа файҙаланыла. 1942 й. БДМИ‑ның хәрби‑санитар һәм физик әҙерлек каф. хәрби А.м. м‑н зарарланыуҙың патологияһы, терапияһы һәм санитар‑химик һаҡланыу саралары курстарын уҡытыу ойошторола.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: