Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАФТЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ

Просмотров: 1817

НАФТЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ, н а ф т е н д а р, нефть составындағы циклопентан һәм циклогексан рәтенән туйындырылған алициклик берләшмәләр, ш. уҡ ҡатмарлыраҡ би‑ һәм полициклик углеводородтар. Моноциклик Н.у. — циклоалкандар. Полициклик Н.у. — аралаш тармаҡланған (адамантан, стероидтар, терпендар), изолирланған (каротиноидтар), конденсирланған (декалин, сантониндар, спирандар) һәм циклоалкандарҙың быуынлы (дициклогексил) төҙөлөшлө бер йәки бер нисә төрлө циклдан торған гомологтары. Н.у. барлыҡ нефттәрҙең составына ла инә (25—75%) һәм уларҙың барлыҡ фракцияларында ла бар. Тәбиғәттә полициклик Н.у. сығарылмалары — терпендар (ылыҫлы үҫемлектәрҙең ыҫмалаһында һәм күп эфир майҙарында), каротиноидтар һәм стероидтар (үҫемлек һәм хайуан организмдарында) — киң таралған. Н.у. күмерҙе һәм үҙағасты ҡоролай ҡыуыу продукттарында табылған. Химик үҙенсәлектәре м‑н алкандарға яҡындар: дегидрирлау, изомерлаштырыу, окисландырыу, хлорлау һ.б. реакцияларға инәләр. Тәбиғи циклоалкандар (ауксин, терпендар, стероидтар һ.б.) физиологик йоғонто яһай. Н.у. мотор яғыулығы (эксплуатациялауҙа юғары үҙенсәлектәр бирәләр) һәм майлаусы май (ҡуйылыҡтың юғары индексын тәьмин итәләр) составына инәләр. Моноциклик Н.у. — каталитик риформинг, адипин к‑таһы етештереү һ.б. процестар өсөн сеймал. Полициклик Н.у. (адамантан, терпендар) дарыуҙар етештереүҙә ҡулланалар. Башҡортостанда Н.у. нефттәр составында аҙ миҡдарҙа булыуы м‑н характерлана. Туймазы нефтенең төрлө фракцияларында уларҙың күләме башлыса 15—35% (ҡайһы берҙә 41%‑ҡа тиклем) тәшкил итә. 60—70‑се йй. Өфө нефть эшкәртеү заводында — айырыуса таҙа циклогексан (Г.А.Берг, Д.Ф.Варфоломеев, Рәфҡәт М.Мәсәғүтов), Стәрлетамаҡ тәж.‑сәнәғәт нефтехимия з‑дында винилциклогексан (У.М.Джемилев, Г.И.Рутман, А.Г.Толстиков) алыу технологияһы эшләнгән һәм производствоға индерелгән. ӨДНТУ‑ла В.Х.Хәмәев етәкс. оксиэтилирлау юлы м‑н ионландырылмаған синтетик йыуыу сараларын, нафтен к‑талары моноэтаноламидтарын сульфатлаштырыу юлы м‑н анионоактив сараларын әҙерләү өсөн актив нигеҙ табыла.

Әҙәб.: Нефти Башкирии. Уфа, 1960; Н а м ё т к и н Н.С., Е г о р о в Г.М., Х а м а е в В.Х. Нафтеновые кислоты и продукты их химической переработки. М., 1982; А х м е т о в С.А. Технология глубокой переработки нефти и газа. Уфа, 2002. 

Ә.К.Мәзитова

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: