Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИҒМӘТУЛЛИН Ришат Ғаяз улы

Просмотров: 1077

НИҒМӘТУЛЛИН Ришат Ғаяз улы (20.4.1952, Күмертау ҡсб), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2010). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1976 й. алып ВЛКСМ‑дың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район ком‑тында (1978 й. башлап 1‑се секретарь), 1981 й. — КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑тында. 1984— 98 йй. (1986 й. алып партия ком‑ты секретары, 1990 й. — Ғилми-технологик үҙәктең баш инженеры, 1996 й. — баш инженер урынбаҫары) һәм 2001—04 йй. (ген. дир., 2002 й. башлап май производствоһы нач.) — Яңы Өфө НЭЗ‑ында. 1998 й. алып Башҡ‑н нефтехимия компанияһында май производствоһы начальнигы. 2004 й. башлап “ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге” ЯСЙ‑ның Химмотология һәм трибология проблемалары ин‑ты дир., бер үк ваҡытта ӨДАТУ‑ла уҡыта, 2010 й. — “Химмотолог” ЯСЙ (бөтәһе лә — Өфө) директоры. Фәнни хеҙмәттәре селектив юл м‑н нефть продукттарын таҙартыу процестарын өйрәнеүгә һәм иондар барлыҡҡа килтереүсе өҫтәмәләр файҙаланып минераль майҙар, балауыҙҙар, сульфоксидтар алыуҙың технологияларын эшләүгә арналған. Н. ҡатнашлығында Новойл ПЗ йыуҙырыу‑йөрөтөп һынау майын (Волга автомобиль з‑ды сығарған автомобилдәр өсөн), газ турбиналары өсөн майлаусы майҙар (илдә сығарылған турбореактив самолёттар өсөн), балауыҙлы продукттарҙы (резина‑техник изделиеларҙы озон тәьҫирендә ярылыуҙан һаҡлау өсөн) етештереү технологиялары эшләнгән, Яңы Өфө НЭЗ‑ында РФ‑та тәүге тапҡыр майҙарҙы N‑метилпирролидон ярҙамында селектив юл м‑н таҙартыу индерелгән. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 53 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Деасфальтизация нефтяного сырья пропаном. М., 2003 (авторҙ.); Любознательным о науке и технике. Уфа, 2008; Перспективные технологии и экономика реновации. Уфа, 2015 (авторҙ.).  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019