Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКИТИН Юрий Ерофеевич

Просмотров: 1006

НИКИТИН Юрий Ерофеевич (6.7. 1935, Пушкин ҡ. — 21.4.2004, Новгород ҡ.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1983). РСФСР‑ҙың (1990), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1976). Ленинград технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Химия ин‑тында (Өфө) эшләй: 1971 й. алып лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1980 й. башлап фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 1986 й. алып Новгород политехник ин‑тының физик химия каф. мөдире, 1993 й. — Новгород ун‑тының химия каф. мөдире һәм лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре көкөрторганик берләшмәләрҙең реакцияға һәләтле булыуын, һирәк һәм затлы металдарҙың координация химияһын, радиоактив элементтарҙы тикшереүгә, һыулы һәм һыуһыҙ эреткестәр химияһы, тәбиғи берләшмәләр проблемаларына арналған. Н. беренсе булып металл һәм кислоталарҙы экстракциялау, полиметалл мәғдәндәрен флотациялау, сәнәғәттәге кислота газдарын адсорбциялау өсөн нефть сульфидтарын, сульфоксидтарҙы, сульфондарҙы алыу һәм сәнәғәттә файҙаланыу мөмкинлеген иҫбатлай. Ул көкөртлө берләшмәләрҙе химик ток сығанаҡтарында һыуһыҙ электролит сифатында файҙаланып булыуын нигеҙләй. Н. ҡатнашлығында реактор эсендәге процестарҙы нейтринлы диагностикалау өсөн шыйыҡ һәм металл индерелгән пластмасса сцинтилляторҙар уйлап табыла. Н. тарафынан теплицаларҙың плёнканан яһалған ҡапламаларында ҡояш энергияһының үҙгәрткесе сифатында европийҙың һәм тербийҙың координациялы берләшмәләрен файҙаланыу ысулы тәҡдим ителә. 360‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 150 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1975).

Х е ҙ м.: Химия экстракции сульфоксидами //Успехи химии. 1976. Т.45. Вып. 12 (авторҙ.).  

Ю.И.Муринов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019